12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

20 февралдә

20 февралдә Аҡъяр тау колледжында Үҙәк район китапхана тарафынан ойошторолған йәш яҙыусы, журналист, Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының Яҙыусылар Союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының Ш. Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты Айгиз Ғиззәт улы Баймөхәмәтов менән әҙәби осрашыу үтте. Был күркәм сараға һөйөнөслө ваҡиға сәбәпсе – ошо арала ғына Айгиз Баймөхәмәтовтың берәҙәк балаларҙың фажиғәле яҙмышы тураһында “Урам балалары” тигән китабы донъя күрҙе. Шулай уҡ әҙип беҙгә “Ҡалдырма, әсәй!”, “Әкиәтһеҙ бала саҡ” китаптары аша бик яҡшы таныш.
Осрашыу барышында яҙыусы “Урам балалары” тип аталған яңы китабының яҙылыу тарихы менән таныштырҙы, уны яҙырға этәргес булған ваҡиғалар һәм күренештәр тураһында һөйләне.
Уҡыусылар тарафынан яҙыусының ижад итеү серҙәре менән ҡыҙыҡһынып бирелгән иң фәһемле һорауҙарға Айгиз Ғиззәт улы үҙенең китабын бүләк итте.
Әҙип менән осрашыуҙа ҡыуаныста шул уҡ ваҡытта һағышта кисерергә була ине. Хәйбуллалар йәш яҙыусы менән яңы осрашыуҙар көтөп ҡала.

Информация Лира Такалова, библиотекарь краеведческого отдела центральной районной библиотеки.
Фото Илюза Каримова, библиотекарь отдела обслуживания центральной районной библиотеки