EnglishDeutschРусский
Версия для слабовидящих Карта сайта Спроси библиографа / Обратная связь Instagram Одноклассники YouTube
12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫНЫҢ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОН ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

Күрше хаҡын һаҡлап йәшәйек

Үҙәк район китапханаһы хеҙмәткәрҙәре “Ағинәйҙәр” һәм “Сикһеҙ китапхана” ойошмаһы ағзалары өсөн Әҡлимә Сафинаның “Күрше хаҡы” исемле китабына арнап “Күрше хаҡын һаҡлап йәшәйек” исемле әҙәби кисә ойошторҙо.

Сара Радик Динәхмәтов башҡарыуында “Күрше хаҡы” тигән йыр менән башланып китте.

Халҡыбыҙҙа “Күрше хаҡы – тәңре хаҡы” тигән әйтем бар. Был әйтемдең мәғәнәһе бик тәрән. Тимәк, күршелек – ул бик изге, ҡиммәтле мөнәсәбәт тигән һүҙ.

Был әйтемде иҫбат итеп Әҡлимә Ғиззетдин ҡыҙы Сафина  “Күрше хаҡы – тәңре хаҡы” хикәйәһен яҙа. Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм “…Берегеҙ ҙә йәннәткә кермәҫ, әгәр күршеләрегеҙ һеҙҙең яманлыҡтан ҡурҡһа”, – тигән. Ғүмер уртаһына еткән, яңы ғына ғаилә ҡорған ҡатын-ҡыҙҙар фәһем алһын өсөн ижад иткән кеүек автор был хикәйәһен. Китапхана хеҙмәткәрҙәре әҫәрҙән өҙөк сәхнәләштереп күрһәткәс, инәйҙәребеҙ үҙҙәренең күршеләре менән нисек татыу, берҙәм йәшәгәндәрен  мәҡәл-әйтемдәргә таянып  уртаҡлаштылар. Тормошобоҙ яҡшырған һайын күршелек, тыуғанлыҡ кеүек изге сифаттар артҡы планға күскәндә, ағинәйҙәрҙең изге йолаларыбыҙҙы һаҡлап, күрше хаҡын белеп, ҡатышып йәшәүҙәре оло ҡыуаныс.

“Күршең менән татыу йәшәү өсөн үҙеңдә ниндәй сифаттар тәрбиәләргә кәрәк?”, “Күршеңдең тыуған көнө”, “Яратып ашаған ризығы” һәм башҡа ҡыҙыҡлы һорауҙарға ихлас яуап бирҙеләр, күрше тураһында риүәйәттәр тыңланылар.

Ысынлап та, йөрәге изгелек менән яҡтыртылған кеше күршеһенә һәр ваҡыт яҡшы мөнәсәбәттә була. Уға булдыра алғанса ярҙам итә, шатлығына ҡыуана, ҡайғыһына көйөнә. Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ ғәҙел күршене шул тиклем юғары баһалаған, быны ҙур бәхеткә һанаған. Ҡайһы бер кешеләр күршеләрен маҡтаған саҡта: “Туғаным кеүек яҡын”, – тиҙәр. Туған кеүек яҡын булыу – ҙур байлыҡ ул.

Артабан китапхана хеҙмәткәрҙәре  Әҡлимә Ғиззетдин ҡыҙының тормош юлы, халыҡсан, бай теле ижады тураһында таныштырҙы. “Күрше хаҡы” китабына ингән “Их, йәшәйһе ине!” повесынан өҙөк уҡып ишеттергәс инәйҙәребеҙҙең күҙҙәре йәшкә сыланды.

Кисә Әҡлимә Сафинаның “Өҙөлгән моң” хикәйәһендәге юлдар менән тамамланды: “Эй кешеләр! Ҡунаҡ ҡына булып килгән донъябыҙҙың йәмен ебәрмәй, ғүмеребеҙҙең ҡәҙерен белеп, изгелек-иман менән генә йәшәһәксе! Онотмайыҡ, иҫ киткес нескә һәм нәфис тә ғүмеребеҙҙең мәңгелек түгеллеген!..”.

 

Лира Такалова, үҙәк район китапханаһы хеҙмәткәре