12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

“Халҡыбыҙҙың күңел тәлгәштәре” – “Ночь искусства-2017”

Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған-яҡты өйрәнеү бүлегендә “Сәнғәт төнө-2017” акцияһына ҡарата “Ағинәйҙәр”гә башҡорт милли биҙәүесе- һаҡалға “Оҫталыҡ дәресе” үткәрелде.

Башҡорт милли биҙәүестәре -тарих төпкөлөнән быуаттар һуҙымында барлыҡҡа килтерелгән ижад емеше. Башҡорт кейеме, шулай уҡ биҙәүестәре лә халыҡтың йәшәү рәүешенә, ғөрөф-ғәҙәттәре, йолаларына бәйле кәлепләштереп, тормош ихтыяждарынан сығып барлыҡҡа килтергән күңел емеше.

Һаҡал – күкрәк биҙәүесе. Уны төрлө таштар, тәңкәләр, мәрйендәр менән биҙәп яһар булғандар. Мәрйен һәм таштарҙың төҫө лә мөһим. Мәҫәлән, ҡыҙыл төҫ эшкә һәләтлекте арттыра, ҡан баҫымын яйға һала. Аҡ таштар күҙҙе һаҡлай, осҡорлоғон яҡшырта, йәшел төҫлө таштар тынысландыра. Ғөмүмән, ҡашмау, һаҡал эшләү күңел талабы ғына түгел, уларҙы кейеү һаулыҡ өсөн дә ыңғай тәҫьир итә.

Һуңғы ваҡытта рухи мираҫыбыҙ булған ҡатын-ҡыҙҙарҙың милли биҙәүестәренә иғтибар артты. Ошо үҙенсәлекле ижади эшкә бар күңелен һалыусы 1-се һанлы Аҡъяр урта мәктәбенең башҡорт-теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, мәғәриф отличнигы Рәсимә Камил ҡыҙы Ибраһимова һаҡал эшләү серҙәренә төшөндөрҙө, “Ағинәйҙәр”ҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙе.  “Һаҡалды” эшләү еңел түгел. Уларҙың береһе өсөн генә ике-өс аҙна ваҡыт китә. Мәрйендәрҙе теҙеү бик оҙайлы һәм ваҡ эш”, – тине Рәсимә Камил ҡыҙы.

Ағинәйҙәр әйтеүенсә, рухи байлығыбыҙҙың бер өлөшө булған кейемдәребеҙгә ҡарата ихтибарыбыҙҙы нығытайыҡ, халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен ҡәҙерләп һаҡлайыҡ һәм киләсәк быуынға ла еткерәйек!

Сарабыҙҙың икенсе өлөшөндә Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған “Халыҡ көсө – берҙәмлектә” викторина һорауҙарына яуап бирҙеләр. Был байрам яҡты киләсәккә, дуҫлыҡҡа өндәй, беҙҙең гражданлыҡ тойғоларыбыҙҙы нығыта, тыуған илгә булған һөйөү барыбыҙҙы ла берләштерә.

 

 

Рәмилә Файзуллина,

үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм ыуған-яҡты өйрәнеү бүлеге мөдире.