Муниципальное автономное учреждение Централизованная библиотечная система муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

«Хуш киләһең, Яңы йыл!»

Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған-яҡты өйрәнеү бүлеге хеҙмәткәрҙәре “Ағинәйҙәр” һәм “Юшан” халыҡ ансамбле коллективына «Хуш киләһең, Яңы йыл!» исемле музыкаль кисә ойошторҙо.

Байрам кисәһе яҡташыбыҙ Ҡәҙим Аралбаевтың «Яңы йыл теләктәре» исемле шиғыры менән башланып китте. Яңы йыл кисәһен асып китапхана янында ойошторолған “Ағинәйҙәр” берекмәһе етәксеһе үткән йылға йомғаҡ яһаны – «Бына тағы бер йыл тарихта ҡала. Ниндәй генә булһа ла, был йыл да һеҙҙең күңелдәрҙә тик яҡшы хәтирәләр генә ҡалдырһын. Яңы йыл һеҙгә яңы уңыштар, шатлыҡтар, аҡ бәхеттәр алып килһен. Барығыҙға ла ныҡлы сәләмәтлек, күңел күтәренкелеге, ғаилә именлеге теләйем» – тип үҙенең теләктәрен еткерҙе. Шулай уҡ район “Ағинәйҙәр” ҡоро етәксеһе Миңзифа Ишемғолова барыһын да етеп килгән байрам менән ҡотланы һәм киләһе йылда үткәреләсәк сараларға маҡсаттар ҡуйҙы.

Ҡыш бабай, Ҡарһылыу һәм клоун ойошторған ҡыҙыҡлы уйындарға, хеҙмәт ветерандарын әйҙәп күтәренке кәйеф өҫтәнеләр, ижади бәйге лә ихлас ҡатнашып барыһы ла бүләкле булдылар.

Эт йылы тик шатлыҡ-һөйөнөстәр генә алып килһен, күңелебеҙҙә йыл әйләнәһенә байрам ҡыуаныстары ғына йәшәһен тип барыһы ла бер-береһенә матур теләктәр әйтеп байрам кәйефе менән таралыштылар.

Рәмилә Файзуллина.