Ҡәҙерле китап һөйөүсе кескәй дуҫтарыбыҙ!
Район китапханаларына кескәй уҡыусыларыбыҙҙы һәм уларҙың ата-әсәләрен һөйөндөрөп, билдәле яҙыусы, яҡташыбыҙ Фәрзәнә Аҡбулатованан ижади күстәнәс ҡайтты. Был – күңелгә хуш килерлек итеп биҙәлгән, әкиәттәр һәм хикәйәләр тупланған «Хәйерле иртә» исемле яңы китап.
Китапханабыҙға рәхим итегеҙ, уҡығыҙ, китап геройҙары һеҙҙең менән дуҫ булырға хыяллана. Дуҫтар күп булған ерҙә яҡшылыҡ та, ҡыуаныс та күберәк була. Яңы китап һеҙҙе көтә!