«Беҙ — берҙәм, татыу ғаилә» байрамы
18 ноябрь Ғәлиәхмәт ауылы китапханаһында «Беҙ — берҙәм, татыу ғаилә» тип исемләнгән бик матур байрам үтте.
Сара Хәйбулла районы Үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы араһында «Китапхана – милли мираҫты һаҡлаусы» имиджлы саралар конкурсы сиктәрендә үткәрелде. Шулай уҡ был байрам Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына һәм Башҡортостан Республикаһында Ҙур һәм татыу ғаилә йылына арналды.
Матур ғаилә – ил күрке, тип бушҡа ғына әйтмәйҙәрҙер. Тирә-яҡҡа нур сәсеп, ҡотло донъяларында ғүмер кисергән ғаиләләргә һоҡланып ҡына ҡалмайбыҙ, уларҙан өлгө лә алабыҙ.
Ғәлиәхмәт ауылында ла аҡыллы балалар тәрбиләп, ауылыбыҙҙың ҡотон, йәмен һаҡлаусы ғаиләләр байтаҡ, хәҙер инде үҙҙәре лә бәхетле олатай, өләсәй булып, ҡәҙер-хөрмәткә төрөнөп ғүмер кисерә улар. Байрамыбыҙҙы тап шундай ғаиләләр йәмләне бөгөн.
Сара ауыл китапханасыһы Миңзәлә Шәйхетдин ҡыҙы Юнысова сәхнә янында ғаилә темаһына бағышланған китаптарҙан торған күргәҙмә менән таныштырыуҙан башланды. Ҡатнашыусылар иң беренсе үҙҙәренең ғаиләһе менән яҡындан таныштырып үттеләр. «Нимә ул бәхет?», «Нимә ул ғаилә?» тигән матур төшөнсәләргә әңгәмә ҡоролдо. Сара матур уйындар, концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Һәр ҡатнашыусы ғаилә үҙе концерт номерҙары әҙерләп килгән, оҫталыҡтарына һоҡланып һәр кем дәррәү ҡул сапты. Рәсәйҙә халыҡтар берҙәмлеге йылына бағышланған тема ла ситтә ҡалманы, сарала ҡатнашыусылар ошо темаға ҡағылышлы һорауҙарға ихлас яуап бирҙеләр. Байрамда ҡатнашыусылар сараны матур вальс менән тамамланы.