«Беҙҙең юбилярҙар» китап күргәҙмәһе
Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегендә «Беҙҙең юбилярҙар» исемле китап күргәҙмәһе ойошторолдо.
Күргәҙмә шағир, прозаик, публицист, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Сергей Чекмарёв, Фәтих Кәрим исемендәге әҙәби премиялары лауреаты Риф Тойғоновтың тыуыуына 80 йыл, күренекле тел белгесе, яҙыусы, филология фәндәре докторы, профессор, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы, Ленин һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры Жәлил Кейекбаевтың тыуыуына 115 йыл һәм яҙыусы, журналист, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре, Шәһит Хоҙайбирҙин, Әнғәм Атнабаев исемендәге әҙәби премиялар лауреаты, Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры Рәсих Ханнановтың тыуыуына 95 йыл тулыуына арналды.
Шулай уҡ күргәҙмәлә яҙыусы, Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, «Әсәлек даны», «Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн» һәм «Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе» миҙалдарына лайыҡ булыусы Зөлфирә Ҡаҙаҡбаеваның китаптары ла урын алған. Заман менән бергә атлаусы, әҙәбиәт һөйөүселәрҙең яратҡан яҙыусыһына әйләнгән, ихлас күңелдән ижад итеүсе Зөлфирә Йәғәфәр ҡыҙы 60 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй. Уның хикәйәләре һәм повестары 1996 йылдан алып матбуғатта баҫыла. «Сиселмәгән сер» исемле тәүге китабы 2004 йылда нәшер ителә. Яҙыусының әҫәрҙәрендә тормошсан ваҡиғалар, мөхәббәт һәм нәфрәт, яҡшылыҡ һәм яуызлыҡ, кешеләр араһындағы ҡатмарлы мөнәсәбәттәр һүрәтләнә. Зөлфирә Ҡаҙаҡбаеваның «Сиселмәгән сер», «Хыялға илтер һуҡмаҡ», «Мәрхәмәтле булһын яҙмыш» һәм «Икебеҙ өсөн дә яраттым» исемле китаптарын айырыуса ҡатын-ҡыҙҙар яратып уҡый.
Күренекле яҙыусы Риф Тойғоновтың ижады башҡорт әҙәбиәтендә үҙенсәлекле урын алып тора. Ул тиҫтәгә яҡын шиғыр һәм проза китаптары авторы. Күргәҙмәлә төрлө йылдарҙа баҫылып сыҡҡан «Төнгө поезд», «Беҙҙе һөйөү көтә», «Йөрәктә мөхәббәт», «Мөхәбәтттән донъя ҡотайыр» һәм башҡа китаптары урын алған.
Әҙәби уҡыусыларҙың күңелендә яҡтылыҡ ҡалдырған яҙыусы Риф Ғәлим улының «Беҙҙе һөйөү йөрөтә» китабы кеше рухының аҫыл ҡиммәттәрен асыуға йүнәлтелгән. «Һағыныр кешеләрем» китабында «Актриса» исемле повесында сәхнә тормошон, сәнғәт юғарылығын асып бирә, «Төнгө поезд» трагикомедияһы һәм шиғырҙары индерелгән. «Мөхәббәттән донъя ҡотайыр» шиғырҙар һәм поэма китабында донъя һәм кеше мөнәсәбәттәре ҙур урында тора. «Йөрәктә мөхәббәт» йыйынтығы тыуған яҡҡа, тыуған илгә, дуҫтарына бағышланған лирик йырҙар, шиғырҙар һәм йырҙар урын алған.
Ғалим-яҙыусы Жәлил Кейекбаевтың ижады күп ҡырлы. Ғалим башҡорт тел ғилеме, төрки Урал-Алтай телдәре буйынса артыҡ хеҙмәт яҙа. Башҡорт теленең тарихи фонетикаһы һәм Урал-Алтай телдәренең сағыштырма-тарихи морфология өлкәһендә уңышлы эшләй. Башҡорт теленең дөрөҫ әйтелеше, диалекттары, ер-һыу атамалары, лексикаһы һәм фразеологияһы буйынса тикшереүҙәр алып бара, дәреслектәр һәм уҡыу ҡулланмалары яҙа. Бер нисә сит телде яҡшы беләгән телсе-ғалим Жәлил Ғиниәт улы 12 телде һәйбәт белгән, 50-гә яҡын телде аңлаған, мәҫәлән, немец һәм венгр телдәренән башҡортсаға туранан-тура тәржемә итеү һәләтенә эйә була. Жәлил Кейекбаев башҡорт әҙәбиәте өлкәһендә лә уңышлы эшләй. «Туғандар һәм таныштар» романын, повестар, ҡобайырҙар һәм әкиәттәр ижад итә.
Күренекле яҙыусы Рәсих Ханнанов төрлө жанрҙа ижад итеүсе һәм йор фекерле, тапҡыр телле, милли хисле, халыҡсан геройҙары менән әҙәбиәт һөйөүселәр күңелен яулай. Ул пьесалар, комедиялар, очерктар, мәҡәләләр, рецензиялар һәм фельетондар авторы. Талант эйәһе Рәсих Нурғәли улының «Йәшлек ҡанаттары», «Диңгеҙ ҡарлуғасы», «Ҡыр ҡыҙҙары киткәндә», «Юл буйынса күк сәскә», «Күңел нуры», «Көтөгөҙ мине, тирәктәрем!», «Әйтем юҡҡа әйтелмәй» һәм «Ҡатынға бүләк» кеүек йыйынтыҡтары әҙәбиәт һөйөүселәр һәм тәнҡитселәр тарафынан йылы ҡабул ителде.
«Беҙҙең юбилярҙар» китап күргәҙмәһендә урын алған китаптар талантлы яҙыусыларҙың әҙәбиәтенә ихтирам, һөйөү тәрбиәләй һәм уларҙың тормошон юлын, ижадын өйрәнеүгә булышлыҡ итә.