12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

«Ҡәҙим Аралбай ижадында әсә образы» әҙәби сара

22 сентябрь үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегендә 2- се һанлы Аҡъяр дөйөм белем биреү мәктәбенең 9 а класс уҡыусылары өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы Лилиә Шәһит ҡыҙы Баязитова менән берлектә «Ҡәҙим Аралбай ижадында әсә образы» исемле әҙәби сара үткәрелде.

 Яҡташыбыҙ, Башҡортостандың халыҡ шағиры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты, Сергей Чекмарев, Зәйнәб Биишева, Рәми Ғарипов, Фәтих Кәрим, Назар Нәжми исемендәге әҙәби премиялар лауреаты Ҡәҙим Әбделғәлим улы Аралбаевтың шиғриәтендә, әҫәрҙәрендә тыуған еребеҙҙең һулышы, халҡыбыҙҙың яҙмышы, ата-бабаларыбыҙҙың рухы,  оло мираҫы, үҙенсәлекле тәбиғәтебеҙҙең гүзәллеге    һәм әсә образы сағылышы асыҡ сағыла.

Әҙәби сарала уҡыусылар әҙиптең  тормош юлына байҡау яһап тыуған ауылына арналған  «Таңатар» китабындағы «Таңатар ауылы тарихы» бүлеге менән танышып үттеләр.

Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Әбделғәлим улының  шиғыр һәм поэмаларында әсә образы айырыуса бер йылылыҡ менән  үҙәк урында тора. Һәр быуын өсөн әсәй мөхәббәт һәм наҙлылыҡ өлгөһө, рухи ҡиммәттәрҙе һаҡлаусы ла. Шағир ижады миҫалынан үткәрелгән сараның  төп маҡсаты  итеп әсә образы алынды.

Ҡәҙим Әбделғәлим улының «Ауыл төтөнө» шиғырында кешенең иң матур ғүмер миҙгелдәре тыуған йорт, тыуған ауылы менән бәйле булыуын, әсә  төшөнсәһенә тағы ла тәрән мәғәнә һалына.

«Ҡойондар»  тигән шиғыры ауырлыҡтарға, ҡаршылыҡтарға бирешмәй, үҙ иңендә ҙур яуаплылыҡ тотҡан, көслө рухлы әсәләр хаҡында, «Тыуған оя»  шиғыры ла бай фекерле, тәрән йөкмәткеле.

         Моң – һағышлы, әхләк – намыҫ, сафлыҡ, сабырлыҡ, фиҙәҡәрлек бөркөп торған «Рух яҙыуы» поэмаһында яҡташыбыҙ әсәһенең аяныслы яҙмышын һүрәтләй. Әсәйҙәрҙең изгелеге  «Әсәйем шишмәләре» шиғырында бигерәк асыҡ төҫмөрләнә, шиғырҙы ихлас күңелдән Сайпанов Ғайсар уҡып ишеттерҙе.     

Ҡәҙим Аралбай әсә образын тормоштағыса күп яҡлы итеп сағылдыра, шиғырҙары әсәләрҙе ҡәҙерләргә, улар хаҡында хәстәрлек күрергә, иҫән саҡтарында изгелекте, мәрхәмәтте, яғымлы һүҙҙәрҙе, яҡты йөҙҙө йәлләмәҫкә өйрәтә.

Сараны дауам итеп уҡыусылар,  «Ижадында илһөйәрлек рухы»   китап күргәҙмәһендә урын алған «Тамырҙар һәм олон» китабында ауыр яҙмыш юлы үткән  әсәнең тормошо  тураһында  «Ҡәҙер кисе» хикәйәһен тыңланылар. Ағиҙел журналында баҫылып сыҡҡан Ҡәҙим Аралбайҙың «Эйәрҙәш килгән дуҫтарым» шиғырҙары менән ҡыҫҡаса  танышып үттеләр.

Әҙәбиәтебеҙҙең күренекле ҡәләм оҫтаһы,  Ҡәҙим Аралбаевтың  ижади эшмәкәрлеге күп яҡлы.  Уҡыусылар тәрән мәғәнәле  шиғыр юлдары, хикәйәләр аша  изге күңелле әсәйҙәрҙең өлгөһөндә йәшәүебеҙҙең асылы икәненә төшөндөләр.

Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге, Рәмилә Файзуллина.