«Милли кейем – халыҡ асылы» әҙәби музыкаль сара
11 сентябрь республикала иң матур байрамдарҙың береһе — Милли кейем көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан, район кимәлендә үткәреләгән «Милли кейем – халыҡ асылы» исемле сарала, үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге янынды ойошторолған «Юшан» халыҡ инструменттары ансамбле, рухи асылыбыҙҙың зиннәтле сағылышы булған милли кейемдә сығыш яһанылар.
Милли кейем – һәр халыҡтың тарихын, йолаларын, йәшәү рәүеше үҙенсәлектәрен сағылдырған мәҙәни һәм рухи мираҫы. Үткәрелән байрам халҡыбыҙҙың бай мәҙәниәтенә тағы ла бер тапҡыр мөрәжәғәт итергә, мәҙәни-рухи мираҫыбыҙҙы һаҡлап, үҫеп килеүсе быуынға бөтә матурлығында күрһәтергә, тапшырырға мөмкинлек бирҙе.
Ансамблдең төп маҡсаты халҡыбыҙҙың милли инструменттары, көйҙәре, моңдары аша йәш быуында халыҡ ижадына һөйөү тәрбиәләү, быуындар бәйләнешен тергеҙеү. Коллектив халыҡ моңона, йолаларына, сәнғәтенә, мәҙәниәтенә, быуындан-быуынға күскән мәҙәни мираҫына лайыҡлы дауам тәрбиәләй, хеҙмәт ветерандарыбыҙ, халҡыбыҙға рух, көс, дәрт, илһам ҡанаты үҫтереүсе лә.
Шулай уҡ, «Халҡыбыҙҙың рухи байлығы» исемле китап күргәҙмәһендә урын алған, традицион башҡорт мәҙәниәтен – милли кейемдәрҙе тергеҙеп, киләһе быуынға тапшырған Әсмә Усманованың «Ауыл зыялыһы» ете ырыу милли кейемдәрен, тамғаларын һалып үҙ ҡулдары менән тегеүгә өлөш индергән ижады тураһында, Айгөл Кәмәлиеваның «Башкирский костюм», Светлана Шитованың «Башкирская народная одежда» китаптарында башҡорт халыҡ кейемен тикшереүгә нигеҙләнгән, кейем һалымдың составы, уның төрҙәре, биҙәү һыҙаттары һәм башҡорт кейеме традицияларын хәҙерге заманда ҡулланыу мәсьәләләре яҡтыртылған һәм башҡа халыҡтың рухи байлығы, йәшәү рәүеше, йолалары, ижади үҫеше сағылған китаптар һәр кемдә ҡыҙыҡһыныу уятты.
Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге, Рәмилә Файзуллина.