12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

«Ижадында илһөйәрлек рухы» китап күргәҙмәһе

Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегендә хөрмәтле яҡташыбыҙ Ҡәҙим Әбделғәлим улы Аралбаевтың 85-йәшлек күркәм юбилейына ҡарата «Ижадында илһөйәрлек рухы»  исемле  китап күргәҙмәһе ойошторолдо.

Башҡортостандың халыҡ шағиры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры,Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты, Сергей Чекмарев, Зәйнәб Биишева, Рәми Ғарипов, Фәтих Кәрим, Назар Нәжми исемендәге әҙәби премиялар лауреаты  Ҡәҙим Әбделғәлим улы Аралбаевтың  әҫәрҙәре халҡыбыҙҙы рухлы булырға, туған телебеҙҙе, илебеҙҙе яратырға, үткәндәребеҙҙе онотмаҫҡа, фәһем алырға, бөгөнгөбөҙ өсөн борсолорға, киләсәккә ҡарап өмөт менән йәшәргә саҡыра.

Китап күргәҙмәһендә авторҙың «Һайланма әҫәрҙәр» йыйынтығының беренсе, икенсе томы, «Хәтеремдең тере ҡуҙҙары»,«Тамырҙар һәм олон», «Таналыҡ тауышы», «Аҡ тирмә»,«Һандуғас һәм ҡылыс»,«Йыр йылыһы» һәм башҡа китапары урын алған. Зәйнәп Биишеваға арналған «Ғүмере һәм ижады», Дауыт Ҡыуандыҡовтың «Ҡорама юрған», Мәшһүр ҡурайсыбыҙ Йомабай Иҫәнбаевҡа арналған һәм башҡа китаптар урын алған.

Ил ағаһы Ҡәҙим Аралбайҙың ижадында үткерлеге, ҡыйыулығы, саялығы һоҡландыра.  «Аҡ тирмә» шиғырҙар һәм поэмалар  йыйынтығында тыуған ер, донъя именлеге, дуҫлыҡ һәм мөхәббәт хаҡында уйланыуҙар үҙәккә ҡуйылған ,  «Әле һуң түгел»  китабында туған тел һәм моң, намыҫ һәм һөйөү, әҙәп һәм тоғролоҡ кеүек  айырылғыһыҙ төшөнсәләренә мөрәжәғәт итә. «Таналыҡ тауышы» йыйынтыҡҡа бағышлауҙар, мөхәббәт хаҡында шиғырҙар замандаш шәхестең, күңел донъяһын үҙенсәлекле аса. «Һандуғас һәм ҡылыс» китабына Салауат Юлаевҡа арналған шиғырҙары, поэмалары, «Хәтеремдең тере ҡуҙҙары»китабына  иҫтәлектәр, бағышлауҙар, әҙәби күҙәтеүҙәр, халыҡ ижадына, сәнғәткә ҡағылышлы яҙмалар, «Тамырҙар һәм олон» китабына ижади портреттар, ғилми яҙмалар, иҫтәлектәр, Мәмбәт шәжәрәһе китабында Ырыу яҙмалары. «Ҡәҙер кисе»,«Һабан һыуы», «Гармунсы» исемле хикәйәләре «Тау эйәһе» замана әкиәте тупланған. «Таңатар» китабында Ҡәҙим Аралбаев Таңатар  ауылының быуындар төпкөлөнән килгән тарихын һәм бөгөнгөһөн яҡтырта. Таңатар ауылының тарихы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яҡташтар исемлеге, ауылдың арҙаҡлы шәхестәре тураһында мәғлүмәт бирелгән, баҫмала бик күп иҫтәлектәр тупланған.

Әҙәбиәтебеҙҙең күренекле ҡәләм оҫтаһы  Ҡәҙим Аралбаевтың  ижади эшмәкәрлеге күп яҡлы,  тыуған ерен ижады менән донъя кимәленә сығарған оло әҙип. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, ижадығыҙға яңы офоҡтар, ҡыуаныстарға тулы бәрәкәтле ғүмер теләйбеҙ!