«Күңеле — ете төҫлө йәйғор» китап күргәҙмәһе
Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегендә журналист, танылған шағирә һәм йыр текстары авторы Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре һәм Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы, Баязит Бикбай, Рәми Ғарипов исемендәге әҙәби премиялар лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры Зөһрә Сәлимйән ҡыҙы Ҡотлогилдинаның 75 йәшлек күркәм юбилейына ҡарата «Күңеле- ете төҫлө йәйғор» исемле китап күргәҙмәһе ойошторолдо.
Зөһрә Ҡотлогилдина – үҙенең булмышы, талантлы шиғриәте, публицистик эшмәкәрлеге менән замандаштарына һәм хәҙерге осор ижади йәштәргә һәр яҡлап өлгө.Ул — әүҙем журналист һәм ошо тармаҡта маһир ойоштороусы, байтаҡ йылдар матбуғатта эшләп, тотош бер быуын журналистарҙы әҙерләүҙә ҡатнашҡан, әллә күпме ҡәләм оҫталарын тәрбиәләүгә, башҡорт милли мәҙәниәтенең үҫешенә тос өлөш индергән билдәле шәхес.
Зөһрә Сәлимйән ҡыҙы Ҡотлогилдина 1951 йылдың 20 авгусында Көйөргәҙе районы Ялсыҡай ауылында донъяға килә. 1968 йылда Таймаҫ урта мәктәбен тамамлай. 1968—1969 йылдарҙа ошо уҡ райондың Шишмә ауылында башланғыс синыфтар уҡытыусыһы булып эшләй, 1969—1970 йылдарҙа «Ильич юлы» район гәзитендә тәржемәсе була. 1970—1975 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында уҡый, бындағы «Шоңҡар» әҙәби-ижад түңәрәгендә әүҙем шөғөләнә. Бишенсе курста уҡып йөрөгәндә «Башҡортостан пионеры» (бөгөн «Йәншишмә») балалар һәм үҫмерҙәр гәзитенә эшкә саҡырыла.
Шағирәнең әҫәрҙәре – һүҙ маһирлығы һәм донъяға үҙенсәлекле ҡарашы менән иғтибарға лайыҡлы ижад. Уның «Уйылам уйҙарымдан», «Шәфәҡ нуры», «Йырсы гөлдәр», «Миләш тәлгәштәре», «Ялан сәскәләре», «Күҙҙәремә ҡара», «Уртаҡ яҙмыш» китаптарына ингән шиғри әҫәрҙәре халыҡ тарафынан күптән йылы ҡабул ителгән.
Поэзия, проза жанрҙарында «Уйылам уйҙарымдан», «Шәфәҡ нуры» шиғри йыйынтыҡтарында шағирәнең йәшәү мәғәнәһе, донъя яҙмышы хаҡындағы поэтик уйланыуҙары сағылыш тапты. Зөһрә Ҡотлогилдинаның күпселек шиғырҙары үҙенсәлекле лиризмы, халыҡсан теле менән айырылып тора. Уның тиҫтәләгән шиғырына көйҙәр яҙылған. Бигерәк тә әҙиптең танылған композитор Салауат Низаметдинов менән ижади дуҫлығы емешле булған: был ике талант эйәһенең йырҙары ысын мәғәнәһендә халыҡ һөйөүен яуланы, күп популяр артистарҙың репертуарында ныҡ урын алып, радио һәм телевизорҙан йыш ҡына яңғырап тора. «Әсәйем һөйөнөсө» китабы менән әҙип үҙен башҡорт балалар прозаһы өлкәһендә уңышлы ижад итеүсе хикәйәсе итеп таныта.
Тынғыһыҙ эҙәрмән Зөһрә Ҡотлогилдина Бөйөк Еңеүҙең 65,70,75 йыллыҡтарына «Һуғыш балалары – тарих яралары», «Һуғыш яралаған бала саҡ», «Һуғыш балалары һөйләй», «Беҙ –һуғыш балалары» исемле документаль – публицистик йыйынтыҡтарында республикабыҙҙың 35 районында, сит ил һәм өлкәләрҙә –Төркмәнстан, Татарстан, Ырымбур, Ҡурған, Силәбе һәм башҡа ҡалаларҙа йәшәгән 115 һуғыш осоро балаларының хәтирәләр серияһын ижад итә.
Халыҡтың сикһеҙ һөйөүен, оло ихтирамын яулаған Зөһрә Сәлимйән ҡыҙының күңелдәрҙе яҡтылыҡ менән һуғарыр бай ижадын китап уҡыусылар ихлас күңелдән яратып уҡыйҙар.
Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге, Рәмилә Файзуллина