12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

«Сәләмәтлек өсөн үләндәрҙең шифаһы» әҙәби сара

22 май үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегендә китапхананың иң әүҙем китап уҡыусылары өсөн «Сәләмәтлек өсөн үләндәрҙең шифаһы»  исемле  әҙәби сара үткәрелде.

Май айы яҙҙың сәскә атҡан, йәшеллеккә  күмелгән  шифалы үҫемлектәрҙе йыйыу осоро. Быуаттар төпкөлөнән беҙгә билдәле булыуынса, тап ошо айҙа күп үҫемлектәр шифалы көс йыя. Юҡҡа ғына, май кесерткәне, май әреме, тимәйҙәр бит. Ошо айҙа йыйылған үләндәр бик көслө һәм  витаминлы, тамырҙарҙы ла ҡаҙып ала торған мәл. Был осор тотош йылға етерлек тәбиғи сеймал, хуш еҫле сәй, косметик саралар әҙерләү өсөн экологик яҡтан таҙа, шифалы гөлләмәләр туплау форсатын бирә.

Сарала ҡатнашыусылар, элек-электән кешеләр дауаланыу өсөн төрлө үләндәр ҡулланыуын, шифалы үләндәр, емеш-еләк ҡайһы саҡ дарыуға ҡарағанда ла һөҙөмтәлерәк булыуын, шулай уҡ һәр шифалы үҫемлектең тәғәйен ҡулланыу ваҡыты хаҡында ла белешмә алдылар. Шифалы үләндәрҙе файҙала­ныу, уларҙы оҙайлы осор, хатта йылдар дауамында дөрөҫ итеп ҡулланғанда ғына файҙаһы тейеүен, бөгөнгө көндә үләндәрҙе өй шарттарында йыйып-киптереү өсөн иң һәйбәт осоро тураһында һәр кем үҙенең кәңәштәре менән уртаҡлашты,

Әҙәби кисәгә саҡырылған  Мәрйәм Таһир ҡыҙы Сурина  тәбиғи  ысул менән үләндәр ҡатнашмаһынан  хуш  еҫле косметик ҡулланыу әйберҙәренең үҙенсәлекле эшләнеү серҙәрен, өй шарттарында эшләгәндә    зарарһыҙ булыуын,  ҡулланыу ысулдары тураһында таныштырып сыҡты. Хәҙер тәбиғи әйберҙәр торған һайын юғарыраҡ баһаланыуын, төнәтмәләрҙе  самалап даими ҡулланһаң файҙаһының һөҙөмтәле булыуын, ҡыҙыҡһынған һәр кемдең   бирелгән  һорауҙарына аныҡ яуаптар биреп үтте,  дауаланыуҙың бер нисә ысулын тәҡдим итте.

Сараны дауам итеп, «Тәбиғәт ул тере хазина» исемле китап күргәҙмәһендә урын алған Варис Ғүмәровтың «Тыуған яҡтың шифалы үҫемлектәре» китабынан шифалы  үҫемлектәрҙе әҙерләү, ҡулланыу, сәй- ҡатнашмаларының файҙаһы тураһында,  Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Сергей Чекмарёв һәм Степан Злобин исемендәге премиялар лауреаты, хәҙерге замандың тәжрибәле үлән менән дауалаусыһы, башҡортостандың шифалы үҫемлектәре тураһындағы Рим Билал улы Әхмәтов китаптарынан ҡабатланмаҫ рецептар килтергән һәм үләндәрҙе ҡулланыуҙың ғәҙәти булмаған ысулдары менән танышып үттеләр.

Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге, Рәмилә Файзуллина