«Әҙибәнең уйлы ижад донъяһы» әҙәби сара
15 майҙа үҙәк район китапханаһында әҙәбиәт донъяһында халыҡсанлыҡ һәм илһөйәрлек сағылышы бөркөлөп торған, Башҡортостандың халыҡ шағиры, журналист
һәм тәржемәсе, «Аҡбуҙат» – республикала балалар өсөн әҙәби-нәфис журналының баш мөхәррире Лариса Хашим ҡыҙы Абдуллинаның Махсус хәрби операция геройҙары тураһында рус телендә донъя күргән «Позывной «Башкир» исемле китабының презентацияһы үткәрелде.
«Позывной «Башкир» — йөрәк һәм ваҡыт ҡушыуы буйынса яҙылған, уның нигеҙендә –замандаштарыбыҙҙың реаль яҙмыштары, тере тауыштары һәм намыҫлы тарихтары яҙылған китап Мәскәүҙә «АСТ» һәм «Ленинград» нәшриәттәрендә рус телендә 1500 дана булып баҫылып сыҡҡан.
Сараны башлап район мәҙәниәт бүлеге етәксеһе һәм Хәйбулла районы ҡоролтайы рәйесе Илүзә Таһир ҡыҙы Кәримова сараға саҡырылған яугирҙарҙың әсәләренә, ирекмәндәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Лариса Хашим ҡыҙына райондың Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы егеттәрҙең батырлыҡтары тураһында мәҡәләләр тупланған, «Хәйбулланың батыр улдары» китап-йыйынтығын бүләк итте. Район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре Рәсимә Динисламова үҙе ижад иткән, яугирҙарға арналған «Батыр исеме мәңгелек» йырын башҡарҙы.
Лариса Хашим ҡыҙы — үҙ еренең ысын патриоты, ул бер ҡасан да хистәрен йәшермәй, үҙенең әҫәрҙәрендә һүрәтләй. Һуңғы йылдарҙа уның ижадында МХО яугирҙары тураһындағы тос материалдар айырым бер урын алып тора. «Заманым йыры»шиғырҙар йыйынтығы яугирҙарыбыҙ өсөн махсус нәшерләнгән, унда ил тойғоһо, рух, халыҡ, мөхәббәт хаҡындағы шиғырҙар тупланған.
Лариса Абдуллина сарала ҡатнашыусыларға республиканың башҡа киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре менән берлектә Луганск, Донецк халыҡ республикаларына, Запорожье өлкәһенә бер нисә тапҡыр барып ҡайтҡандан һуң, унда күргәндәре «Позывной «Башкир» китабына документаль материалдар булып тупланыуын, баҫма нигеҙендә реаль интервьюлар һәм осрашыуҙар, фронт хәтирәләре тураһында һөйләп үтте. Әҙибә, шулай уҡ, яугирҙар менән осрашыу мөхитен, улар менән аралашыу интонацияларын һәм геройҙарҙың эске рухи көсөн дә тасуирланыуын, сәфәрҙән алған тәьҫораттары менән уртаҡлашты, яңы китабының яҙылыу тарихын бәйән итте, һорауҙарға яуаптар бирҙе. Китап бөгөнгө Ватан һаҡсыларының батырлығы тураһындағы хәтерҙе һаҡлауға ҙур өлөш индерә һәм киләсәк быуындар өсөн мөһим дәлил булып тора.
Шулай уҡ сарала, шағирәнең ижадына арналған әҙәбиәт донъяһында халыҡсанлыҡ һәм илһөйәрлек сағылышы бөркөлөп торған «Ҡойоп ҡуйған талант эйәһе» исемле китап күргәҙәмһе ойошторолдо.
Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге, Рәмилә Файзуллина.