12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

«Илебеҙҙең көсө халҡында, татыу ғаиләләрендә» исемле сара

 Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегендә 2026 йыл Рәсәйҙә халыҡтар берҙәмлеге йылына арнап «Илебеҙҙең көсө халҡында, татыу ғаиләләрендә» исемле сара үткәрелде.

Бөгөн беҙ бихисап халыҡтарҙы һәм мәҙәниәттәрҙе берләштергән уникаль мираҫы булған илдә йәшәүебеҙ менән бәхетле. Халыҡтар берҙәмлеге йылы – төрлө милләт вәкилдәренең берләшеүе, бер үк тарих, бер үк Ватан кешеләре булыуыбыҙҙы тойоу һәм ғорурланыу, үҙ-ара аңлашыусанлыҡ, шәфҡәтлелек, изгелек кеүек төшөнсәләрҙе бойомға ашырыу өсөн тағы ла бер сәбәп булып тора.

Беҙҙең райондың хозурлығы араһында бик мөһим бер хазина бар, улда булһа берҙәмлек һәм татыулыҡ. Һәр ауылда ла тормош йәмен татып  тырыш, уңған, эшһөйәр төрлө милләт халҡы йәшәп килә.

Йыл темаһына ҡарата үткәрелгән сараға Кавказ яҡтарынан килеп беҙҙең ер- һыуыбыҙҙы үҙ итеп, районда билдәлелек яулаған  Ризуан  Уайса улы тормош иптәше Роза Мәхәмәдйән ҡыҙы Ҡорбановтар, Әрмән егете менән бәхетле тормош юлы үткән Миңзәлә Айса ҡыҙы Игитбашян һәм башҡорт рухлы Менәүәрә Исхаҡ ҡыҙы Бохарбаева саҡырылды.

Ҡорбановтар ғаиләһе ике милләт араһында, илле йылға яҡын йәшәү осоронда өс улдарына  ике милләт ғөрөф-ғәҙәттәрен, телдәрен һаҡлау өсөн тигеҙ шарттар булдыра алғандар. Роза Мәхәмәдйән ҡыҙы менән Ризуан  Уайса улы Ҡорбановтар ана шул ил күркен тәшкил иткән ғаиләләрҙең береһе. Уларҙың ғаиләһендә үҙ-ара аңлашыусанлыҡ хөкөм һөрә.

Миңзәлә Айса ҡыҙы Погос Минас улы менән Ереван ерлегендә ун йылға яҡын йәшәгәндән һуң, беҙҙең  ер-һыуҙы үҙ итеп ҡайтып,  бергә- бергә татыу ҡырҡ йылдан ашыу ғүмер юлы үткәндәр. Тәрбиә, йолалар, донъяға ҡараш һәм башҡа төшөнсәләр тап ғаиләнән баш ала. Бер-береһен һүҙһеҙ аңлаған Игитбашяндар бәхетле ғаиләләрендә  ул һәм ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр.

Менәүәрә Исхаҡ ҡыҙы һәм Миңлеғәлим улы Бохарбаевтар халҡыбыҙҙың милли, рухи-әхлаҡи үҫешен күтәреүҙә, башҡорт телен, ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлау буйынса, дини байрамдарҙа ихлас ҡатнашып, төрлө йүнәлештә маҡсатлы эштәр барышында әйҙәп йөрөгән ғаиләләрҙең береһе. Улдарының, килендәренең, ейән-ейәнсәрҙәренең шатлыҡ-ҡыуанысына төрөнөп, уңыштарына һөйөнөп  ғорурланып йәшәйҙәр.

Шулай уҡ, Наталья Александровна Рыбальченко үҙенең шәжәрәһенең төпкөлөнә төшөп байҡау яһағанда ҡаҙаҡ тоҡомона барып тоташыуы, күп милләтле булыуын, тормош иптәше менән утыҙ йылға яҡын  йәшәү осоронда Татыр-Үҙәк ауылында халыҡтың берҙәмлеге тураһында фекерҙәре менән уртаҡлашты.

Сара барышында Роза  Мәхәмәдйән ҡыҙы һәм Миңзәлә Айса ҡыҙы  тормоштарынан, яҙмыштарынан ҡәнәғәт булып йәшәүҙәре  тураһында һәм ике милләт аҙыҡтарын берҙәй күреп бөтә нескәлектәрен өйрәнеүҙәрен, бешеренеү серҙәре менән бүлештеләр.  Менәүәрә Исхаҡ ҡыҙы башҡорт халҡының милли аҙыҡтарының төрлөлөгөн, өләсәйҙәрҙең  ҡыҙыу мейестәрендә көлгә күмеп бешерелгән  сөсө икмәк – беҙҙең быуын кешеләре өсөн ашамлыҡ ҡына түгел, ә бала саҡ, әсәй тураһында хәтерләүҙәре, иҫтәлектәре менән бүлеште.

Үткәрелгән сара берҙәмлек һәр саҡ беҙҙең күңелдәрҙә булһын, шулай берҙәм, татыу булғанда, илебеҙ ҙә ныҡ булыр тигән ихлас аралашыуҙар менән тулыланып, уртаҡ фекер менән тамамланды.

Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге, Рәмилә Файзуллина