12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

«Йәшәү йәме – ғаиләлә» китап күргәҙмәһе

2026 йыл Башҡортостанда Ҙур һәм татыу ғаилә йылы тип иғлан ителде. Ошо уңайҙан үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегендә «Йәшәү йәме  — ғаиләлә» исемле китап күргәҙмәһе ойошторолдо.

Илебеҙҙең көсө — халҡында, татыу ғаиләләрендә.. Татыу ғаиләләр йәмғиәтебеҙгә ҡот, йәм өҫтәй. Тыуған телгә, илгә һөйөү уятыу, халыҡтар дуҫлығы тураһында мәғлүмәт еткереү һәр татыу ғаиләнең бурысы. Һөйөү, йылылыҡ булған ерҙә балалар бәхет тойоп үҫә.

Матур ғаилә – ил күрке. Тирә-яҡҡа нур сәсеп, ҡотло донъяларында ғүмер кисергән ғаиләләргә һоҡланып ҡына ҡалмайбыҙ, уларҙан өлгө лә алабыҙ. Ныҡлы, тулы ғаиләлә тәрбиәләнгән бала, ата-әсәһе янында ғына ышаныслы, бәхетле үҫә. Матур ғаилә ҡороу, мөхәббәт усағын һүндермәй, илгә ҡот өҫтәп йәшәү – һәр кемдең изге бурысы.

«Йәшәү йәме – ғаиләлә» китап күргәҙмәһендә ғаиләнең йәмғиәттәге роле, ғаилә ҡанундарын, айырыуса бала күңеле, өлкәндәрҙең бала менән мөғәләмәһе, бала һәм ата-әсә араһында һаҡланырға тейешле йылылыҡ һәм бер-береңә ихтирам, тәрбиә һәм әхлаҡ нормалары тураһында, йәш ғаиләгә нәсихәттәр, кәңәштәр биргән китаптар урын алған. Арҙаҡлы яҙыусыларыбыҙ Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙең йәме», Гөлсирә Ғайсарова –Ғиззәтуллинаның «Кешеләр йондоҙҙар һымаҡ», Фәрзәнә Фәтих ҡыҙы Аҡбулатованың «Уның исеме мөхәббәт», Мәрйәм Бураҡаеваның «Арғымаҡ», Әминә Яхинаның «Башҡорт туй йолалары» ҡулланмаһы, Миләүшә Ҡаһарманованың «Зәңгәр төймә», Рәлис Ураҙғоловтың«Һуңғы йәйләү», Гүзәл Ситдиҡованың «Күсле ил – көслө ил», Гөлнур Якупованың «Ҡатындар» һәм башҡа күренекле шәхестәребеҙҙең китаптары ғаиләнең бәхетле булыу серҙәрен үҙ эсенә һыйҙырған мауыҡтырғыс донъя, тормошта булған ыңғай һәм кире күренештәр, ҡыҙыҡлы яҙмыштар, ҡабатланмаҫ характерҙар асыла. Халыҡсан бай тел менән яҙылған һәр китап уҡымлы, уҡыусыны уйландырырға, һығымталар яһарға мәжбүр итә.

Ғаилә — ул матурлыҡ, бәхет һәм шатлыҡ утрауы. Әгәр ҙә ғаилә ныҡ һәм татыу икән, илебеҙ ҙә ныҡлы һәм көслө була ала. Эйе, тап шулай: ғаиләһе ныҡтың – иле ныҡ, ғаиләһе көслөнөң иле лә көслө. Илебеҙҙә татыу, күркәм ғаиләләр күберәк булһын. Ғаиләләребеҙ имен, ырыҫлы, ҡотло, бәрәкәтле булһын!

Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге, Рәмилә Файзуллина