«Тәрән үҙәнле ижад» китап күргәҙмәһе
25 декабрь үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегендә яҙыусы, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премия лауреаты Рәшит Ғимран улы Солтангәрәевтың тыуыуына 90 йыл тулыуға ҡарата «Тәрән мәғәнәле ижад» исемле китап күргәҙмәһе ойошторолдо.
Рәшит Ғимран улы Солтангәрәев 1935 йылдың 15 декабрендә Башҡорт АССР-ы Күмертау районының Таймаҫ ауылында тыуған. Урта мәктәпте тамамлағас, ауыл китапхана мөдире, колхоздың комсомол ойошмаһы секретары булып эшләй. 1953—1958 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының тарих-филология факультетында уҡый. Юғары уҡыу йортон тамамлағас, республиканың радио һәм телевидение студияһында мөхәррир була. 1965—1970 йылдарҙа «Совет Башҡортостаны» гәзитендә әҙәби хеҙмәткәр, бүлек мөдире булып эшләй. 1973—1975 йылдарҙа Мәскәүҙә СССР Яҙыусылар союзының Юғары әҙәби курстарында уҡый һәм «Совет Башҡортостаны» гәзитендә әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлеге мөдире булып хеҙмәт эшмәкәрлеген дауам итә. 1978—1983 йылдарҙа Башҡортостан Яҙыусылар союзында әҙәби консультант һәм «Ағиҙел» журналы редакцияһында баш мөхәррир урынбаҫары артабан баҫманың проза бүлеген етәкләй.
Рәшит Солтангәрәев әҙәби ижад менән мәктәптә уҡығанда уҡ шөғөлләнә башлай. Тәүге хикәйәләре студент йылдарында донъя күрә. Ул алты китаптың һәм «Теге донъя, был донъя» исемле драматик әҫәрҙең (Стәрлетамаҡ драма театрында сәхнәләштерелде) авторы. Өс китабы рус телендә баҫылған. Айырым әҫәрҙәре ҡаҙаҡ, украин, татар, ҡырғыҙ, сыуаш, ҡарағалпаҡ, яҡут, ненец һәм башҡа телдәрҙә баҫылып сыҡҡан. «Ҡиәмәтлек кейәү» хикәйәһе буйынса «Казахфильм» студияһында нәфис кинофильм төшөргән. «Йылы ямғыр» һәм «Нефтселәр юлынан» әҫәрҙәре өсөн яҙыусы 1978 йылда Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһына лайыҡ була. Иң тәүге йыйынтығы «Тыуған йорт» тип аталһа, артабан иң һуңғы ижад емештәренең береһе «Ауылым минең- яҙмышым минең» тип исемләнгән. Халыҡ яҙмышы ла бик борсой әҙипте. Уның ошо проблемаға ҡағылышлы публицистик мәҡәләләре уҡыусылар тарафынан ыңғай баһалана.
Яҙыусының «Беҙ йәшәгән ер» исемле романы, «Осто бөркөт» исемле повесы башҡорт прозаһының йөҙөк ҡашы булырлыҡ хикәйәләре уҡыусыларҙы ҡыуандырҙы. «Теге донъя, был донъя» тигән фәлсәфәүи драмаһы, «Яҙмыш» исемле публицистика һәм очерктар китабы юғары баһаланған.
Ул «милләтем», «халҡым» тип һөрән һалып бармай, тере кешеләрҙең башына төшкән һынауҙар, илгә-ергә ябырылған бәләләр аша уҡыусыны бөгөнгө тормош тураһында уйланырға мәжбүр итә, уның күңелендә ғәм, зиһененә тынғы бирмәҫлек фекер уята.
Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге, Рәмилә Файзуллина.