12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

«Башҡорт телем – моң, башҡорт телем – йәшәү» әҙәби сара

9 декабрь үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге китапханасылары 3-сө һанлы полилингваль күп профилле Аҡъяр урта мәктәбенең 8 класс уҡыусылары өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы Дания Зыя ҡыҙы Вәлитова менән берлектә Башҡорт теле һәм халҡыбыҙҙың бөйөк улы Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөнә ҡарата «Башҡорт телем – моң, башҡорт телем – йәшәү» исемле әҙәби сара үткәрелде.

Башҡорт теле — халҡыбыҙҙың мәңге тере тарихы. Үҙ туған теле барҙың үҙ туған рухы бар. Туған телде ҡәҙерләп һаҡлаусы, киләсәк быуынға еткереүсе халыҡ булһа, уның нәфислеге, моңо – әҙиптәр ҡулында. Аҡмулланың тыуған көнө һәм башҡорт теле көнө улар бер бөтөн һәм береһе менән үрелеп килә. Беҙгә Аҡмулла аҡылы, Аҡмулла һабаҡтары, Аҡмулла шиғриәте бик тә ҡәҙерле. Аҡмулланың ижады беҙҙең барыбыҙ өсөн дә ысын мәғәнәһендә тормош һабағы булып тора.

Сарала уҡыусылар тынғыһыҙ, эҙләнеүсән Мифтахетдин Аҡмулланың шиғри ҡобайырҙарының һәр юлы мәҡәл-әйтемдәргә тартым булыуы, шиғриәтенең башҡорт халыҡ ижады хазиналарына ни тиклем тәрән тамырҙар ебәреп үҫеп сығыуын, тәрбиә темаһы иғтибар үҙәгендә ятҡан «Нәсихәттәр», «Инсафлыҡ», «Аҡыл» һәм  кешеләрҙе уянырға, ҡараңғылыҡтан ҡотолорға, ғилем-һөнәргә эйә булып, ғүмерҙе файҙалы итеп үткәрәргә саҡыраған  «Уяныу» шиғырҙары менән танышып үттеләр.

Әҙби сараны дауам итеп, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фондының Башҡортостан Башлығы гранты ярҙамында тормошҡа ашырған проекттарының береһе булған «Әлләсе» өҫтәл уйыны үткәрелде. Уҡыусылар ике командаға бүленеп егеттәр «Батырҙар» һәм ҡыҙҙар  «Һылыуҡайҙар» исемендә тел байлығын, хәтер һәм зирәклек талап ителгән мауыҡтырғыс уйында ихлас күңелдән, сәмләнеп көс һынаштылар, тел байлыҡтарын, әүҙемлектәрен  иҫәпкә алып  ҡыҙҙар командаһының еңеүсе  тип билдәләнде.

Был бик фәмһемле һәм күңелле уйындың мәғәнәһе, ҡатнашыусыларҙа тапҡырлыҡ һәм сослоҡ тәрбиәләй, һүҙлек запасын тулыландырырға һәм телмәрҙе тағы ла юғарыраҡ кимәлгә  байытырға  һәр командалаға ла китаптар бүләк ителде.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Дания Зыя ҡыҙы Вәлитова әһәмиәтле уйынды йомғаҡлап, һүҙҙәрҙе еңел итеп аңлатыусы, башҡорт телендә таҙа һөйләшкән уҡыусыларҙы баһалап һәм кем күберәк китап уҡый уның фекерләү һәләтенең үҫеше, теленең байлығы   хаҡында аңлатып үтте.

Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге, Рәмилә Файзуллина