12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

Халыҡ-ара ирекмәндәр көнө

Бөгөн илебеҙҙә Ирекмәндәр көнө билдәләнә. Ул – бер ниндәй ҙә түләү ҙә өмөт итмәйенсә башҡаларға йөрәге ҡушыуы буйынса ярҙам итеүсе кешеләр көнө.

Республикабыҙҙа ирекмәндәр башҡарған эштәрҙе һанап та, баһалап та бөтөү мөмкин түгел. Ниндәй генә өлкәне алма, һәр ерҙә ваҡытын, көсөн йәлләмәй, махсус хәрби операция башланған көндәрҙән ярҙам ҡулын һуҙыусылар көндән – көн арта бара.

Ошо уңайҙан  Федоровка ауылында  районда  әүҙем үҫеш алған ирекмәнәдәр хәрәкәте осрашыуы ойошторолдо. Тантаналы рәүештә, ауылда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар хөрмәтенә сираттағы обелиск асылды.   Сараға   ирекмәнлек эшен үҙҙәренең изге бурысы итеп алған район  ауылдарынан ғына түгел, күрше райондарҙан, хатта Ырымбур өлкәһенән дә   ҡатнашыусыларҙың  булыуы әһәмиәтле булды. Һәр ҡатнашыусы, илебеҙ именлеген һаҡлаусы яугирҙарға ярҙам итеү йәһәтенән  эшләгән эштәре менән таныштырып изге теләктәрен еткерҙе. Тылдағыларҙың ярҙамы, терәге бик кәрәк булыуын,  илдә барған хәл-ваҡиғалар бер кемде лә битараф ҡалдырмауын , илебеҙгә тиҙерәк именлектәр килеүен теләнеләр.

«ДОСААФ» ойошмаһы бинаһында эшләп килгән   «Беҙ бергә  —  көс»  хәйриә фонды активистары  хәрби операцияла йөрөгән яугир яҡташтарыбыҙҙың имен- аман йөрөүҙәрен, илебеҙҙә тыныслыҡ урынлашып, егеттәребеҙ имен-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләнеләр.

Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге, Рәмилә Фәйзуллина