«Ижадында илһөйәрлек рухы» китап күргәҙмәһе
Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегендә яҙыусы, тәржемәсе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Мифтахетдин Аҡмулла һәм Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге премиялар лауреаты Факил Сәлих улы Мырҙаҡаевтың 75 йәшлек юбилейы уңайынан «Ижадында илһөйәрлек рухы» исемле китап күргәҙмәһе ойошторолдо.
Факил Сәлих улы Миәкә районы Ҡаран ауылында тыуған. Урта белемде алғас, ауыл советында райондың «Октябрь» газетаһында эшләй. 1975 йылдан Өфөлә «Совет Башҡортостаны» газетаһы хәбәрсеһе, бүлек мөдире, «Башҡортостан ҡыҙы» журналының яуаплы секретары, «Башҡортостан» гәзитенең һәм «Һәнәк» журналының баш мөхәррир урынбаҫары була. Ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай.
Факил Мырҙаҡаев нәфис әҙәбиәт һөйөүсе балалар яҙыусыһы булараҡ киң билдәле. Уның «Аҡтүш-пират һәм Рөстәм менән Марат», «Тышау», «Яҙмыш фалы йәшлектә», «Яратам, тигәйнең», «Күңел ҡошом», «Ҡамғаҡ», «Аҙашҡан болан балаһы» повестарын һәм хикәйәләрҙән китап уҡыусылар яратып уҡыйҙар. «Баҙарҙарға барһаң…», «Ҡайын һуты», «Хушлашыу вальсы», «Йәйге каникул» повестары һәм хикәйәләре шатлыҡ- һөйөнөстәре, ҡыйынлыҡ — көйөнөстәре, тәүге мөхәббәт хистәре, әхләки һәм рухи проблемалары менән бөгөнгө йәштәр донъяһын һынландыра. «Ҡайынлыҡ – малайҙар төбәге» бала саҡ хәтирәләренә нигеҙләнеп яҙған повесы мауыҡтырғыс сюжетлы, ваҡиғаларының йәнлелеге, геройҙарҙың эскерһеҙлеге менән айырылып тора.
Факил Сәлих улы әҙәби ижадтан тыш, тәржемә менән дә шөғөлләнә. Русса — башҡортса ауыл хужалығы терминдары һүҙлеге авторы. Башҡорт яҙыусылары афоризмдарын йыйып, бер нисә йыйынтыҡ сығара. «Мостай Кәрим афоризмдары — Афоризмы Мустая Карима» китабының автор-төҙөүсеһе. Сергей Аксаков исемендәге премия лауреаты Валерий Ганичевтың хикәйәләрен, татар әҙибәһе Нәбирә Ғиматдинованың повестарын, яҡташы Азат Мағазовтың трилогияһын башҡортсаға тәржемә итә, шулай уҡ дәреслектәр ҙә тәржемә иткән һәм башҡортса йыртма календарҙар, һүҙлектәр, «Фәһемле фекерҙәр донъяһында», «Батыр хаҡында һүҙ», «Тарих шаңдауы», «Үлемһеҙҙәр» кеүек йыйынтыҡтар төҙөү менән мәшғүл.
Факил Мырҙаҡаевтың тәрән фекерле, бай йөкмәткеле әҫәрҙәре үҙ уҡыусыһын таба тора, уларҙы уйландыра, тулҡынландыра, донъяға ҡарашын киңәйтә, зиһен офоҡтарын иркенәйтә. Балаларға тәғәйенләнгән әҫәрҙәре иһә йәш быуынды заман тыуҙырған рухи сирҙәрҙән азат итергә, хилаф хәлдәрҙән арсаларға ярҙам итә.
Факил Сәлих улы Мырҙаҡаевты ғүмер байрамы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ, ҡотло ҡәләмегеҙҙән артабан да әҙәбиәтебеҙҙең ынйы бөртөктәре тамып торһон, илһам ҡанаттарығыҙ талмаһын, һеҙгә оҙон ғүмер, һаулыҡ–сәләмәтлек, донъя именлеге теләйбеҙ.
Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге, Рәмилә Файзуллина
