12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

Изге эшкә үҙ өлөштәрен индерәләр

Районыбыҙҙа махсус хәрби операция башланғандан алып ир-егеттәребеҙгә йөрәк ҡушыуы буйынса ярҙам итеү маҡсатында башҡарылған эштәр һәр көн  әүҙемләшә бара. Халыҡтың күпселеге Ватанды һаҡларға кәрәклеген аңлап ҡабул итте һәм еңеүҙе яҡынайтыу өсөн хәлдәренән килгәнсә ярҙам итергә тырыша.

Үҙәк район китапхана хеҙмәткәрҙәре лә «Беҙ бергә — көс» хәйриә фонды активистары, изге күңелле «Ағинәйҙәр» менән берлектә ДОСААФ ойошмаһы бинаһына йыйылып, маскировка селтәрҙәрен  үреүҙе дауам итә.

Бөгөнгө көндә бергәләшеп, иңде-иңгә терәп, яугирҙарыбыҙҙың ғүмерен һаҡлауға булышлыҡ һәм ярҙам итеү мөһим булып тора. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙ ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡанда мөмкинлектән файҙаланып, осрашыуҙар ойошторолғанда, хәрби хәрәкәттәр зонаһында маскировкалау селтәрҙәре киң ҡулланышлы һаҡланыу төрө булып тороуын,  беҙҙең яугирҙәр өсөн мотлаҡ кәрәк булыуын иҫәпкә алып,  ирекмәндәр шәхси ваҡыты менән иҫәпләшмәй, изге теләктәрен теләп, ихлас күңелдән  әүҙем эш алып баралар.

Берҙәм көс менән еңеүҙе яҡынайтыуға өлөш индереп, яҡташтарыбыҙҙың, ауылдаштарыбыҙҙың тиҙерәк имен-аман әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.