12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

Халыҡ ижады хазиналары

Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге янында ойошторолған  «Юшан» халыҡ  инструменттар  ансамбле «Халыҡ ижады хазиналары»  исемле сығыштары менән хәтер кисәһендә  ҡатнашты.

Йылайыр районы Матрай ауылында, 2- се дәрәжәләге Ватан һуғышы, хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары менән наградланған, Бөйөк Ватан  һуғышында 112 –се Башҡорт атлылары дивизияһында ҡатнашыусы, һуғыштан һуң колхоз председателе, бүлек мөдире һәм башҡа  юғары вазифалар урынын биләгән, халыҡ күңелендә яҡты эҙ ҡалдырған Сәлмән Фәтхулла улы Такаловтың  ҡыҙы Эльвира Сәлмән ҡыҙының күптән ниәт иткән  хәтер кисәһе үткәрелде.

Хәтер кисәһенә  яҡындары, яҡташтары, ауылдаштары йыйылып, Сәлим ауылынан  Ишбулды Ҡасимов Сәлмән Фәтхулла улының тормош юлы тураһында, ҡыҫҡа ғына ғүмер юлында намыҫ менән башҡарған хеҙмәтен баһалап таныштырып үтте. Яманһаҙ ауылы китапханасыһы  Рәйсә Такалова атаһының һөйләгәндәре буйынса һәр ваҡыт һәр кемгә ярҙамсыл, иғтибарлы, ихтирамлы булыуын күҙ алдынан үткәреп, һуғыш яланында үткән хәл ваҡиғалары тураһында хәтирәләре менән бүлеште. Эльвира Сәлмән ҡыҙы атаһының хәстәрлекле ҡарашы, аҡыллы кәңәштәре, изгелекле эштәрен иҫләп  яҡты иҫтәлектәре менән уртаҡлашты.

Яҡты хәтирәләр аша халыҡ күңелендә яҡты эҙ ҡалдырған абруйлы кешеләрҙең эштәренә байҡау яһап  иҫкә алыу һәр кемдең изге бурысы.

Сара һуңынан «Юшан» ансамбле «Утарбай», «Әүһәләй», «Хәйбулла маршы» башҡорт халыҡ көйҙәренә теҙмә башҡарылды. Мәрфуға Азаматова Әнғәм Атнабаевтың «Йәшлек» менән осрашыу поэмаһынан «Гөлләндәм»  монологын  һөйләне, ҡурайҙа Фәнис Атанов, баянда Ғәлимйән Ультраков  башҡорт халыҡ көйҙәрен уйнанылар. Зиннур  Байбулатов башҡорт халыҡ йыры «Абдрахман» йырын йырланы. Эльвира  Сәлмән ҡыҙы атаһының яҡты иҫтәлегенә арнап Рәми Ғәрипов һүҙҙәренә, Нур Даутов ижад иткән «Бар ғүмерем» йырын башҡарҙы.

Матур хәтирәләр ҡалырлыҡ тормош юлы үткән Сәлмән Фәтхулла улы Такаловтың  иҫтәлегенә арналған хәтер кисәһе, күңел түренән сыҡҡан ихлас, ихтирам тойғолары менән үткәрелде.

Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге, Рәмилә Файзуллина