12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

«Шишмә – йәшәү сығанағы» тематик сара

15 июль көнө Ивановка ауылы эргәһендә аҡҡан шишмә янында «Шишмә – йәшәү сығанағы» исемле тематик сара үтте. Был сара 2025 йыл Рәсәйҙә Ватанды һаҡлаусылар йылына, Башҡортостанда Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам йылына, шулай уҡ быйыл  Хәйбулла районының 95 йыллыҡ юбилейына бағышлап Хәйбулла районы үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы араһында үткәрелеп килгән «Киләсәк быуындар белһен һәм хәтерләһен!» исемле имиджлы район конкурс сиктәрендә ойошторолдо. Шулай уҡ был сара «Тере шишмә» район конкурсында ла ҡатнаша.

Сараны ауыл хакимиәт башлығы Елизавета Абдуллина асты һәм шишмә эргәһен таҙартып, төҙөкләндергән ағайҙарға рәхмәт һүҙҙәре әйтеп, грамоталар тапшырҙы. Муниципаль район хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Айтуған Торошев сарала ҡатнашыусыларға, килгән ҡунаҡтарға рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе.

Ивановка ауылы халҡы төҙөкләндергән шишмә данлыҡлы Ҡанифа юлында урынлашҡан. Ҡанифа юлы тарихын башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, ағинәй Гөлшат Моратова һөйләп ишеттерҙе.

Китапханасы Алина Бикбова Гөлшат Моратова  һөйләп киткән тарихи ваҡиғаны йомғаҡлап сарала ҡатнашыусыларға викторина үткәрҙе.

Сара барышында ағинәйҙәр үҙҙәренең йырҙары менән ҡыуандырҙылар, һыуға бағышланған ырымдар әйттеләр, Ҡанифа юлы тураһында тарихи ваҡиғаны сәхнәләштереп күрһәттеләр.

Сара аҙағында Иксан һәм Мәрфуғә Илбәковтар килгән ҡунаҡтарҙы, сарала ҡатнашыусыларҙы ҡорбан ашы менән һыйланы.