12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

«Атайсалым, тыуған ерем!» фольклор сәғәте

4 июнь үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге хеҙмәткәрҙәре «Ағинәйҙәр» берекмәһе менән берлектә сараға саҡырылған «Йәйғор» балалар баҡсаһының «Нәркәс» (тәрбиәсе Бағышаева Рәйфә Ғиса ҡыҙы) төркөмө тәрбиәләнеүселәре өсөн «Атайсалым, тыуған ерем!» исемле халыҡ уйындарына ҡоролған сара үткәрҙе.
Балаларҙы тәрбиәләүҙә уйындар айырыуса ҙур урын алып тора. Ә халыҡ уйындары- беҙҙең ҡиммәтле мираҫтарыбыҙҙың береһе . Балаларҙа донъяны танып белеү сараһы, әйләнә-тирәне, ололарҙы, кеселәрҙе, ҡош-ҡортто, үҫемлектәрҙе һаҡлау, ихтирам итеү кеүек сифаттар ошо уйындар аша тәрбиәләнә лә инде. Бала уйнаған саҡта хәрәкәтләнә, ә был хәл инде уның бөтә яҡлап йылдам үҫеүен тәьмин итә.
Сарала балалар тағы ла күберәк белһендәр, саф һөйләшһендәр, үҫешһендәр — тигән изге ниәт менән, ер-һыу атамаларының әйтелешен ҡабатлатып, белемдәрен нығытып үттеләр. Шулай уҡ, башҡорт халҡының төп музыка ҡоралдары — ҡурай, ҡумыҙ менән таныштылар, ағинәйҙәр ҡумыҙҙа уйнап, батмус һуғып башҡорт халыҡ көйҙәрен башҡарып күрһәттеләр.
«Уйындарҙа- хәрәкәт, хәрәкәттә- бәрәкәт», тип халыҡ юҡҡа ғына әйтмәгән, ошо мәҡәлдең хаҡлығына ярашлы балалар ойошҡанлыҡты, иғтибарлылыҡты, тәрбиәләгән, етеҙлеккә, отҡорлоҡҡа ҡоролған халыҡ уйындары «Йәшерәм яулыҡ», «Аҡ тирәк, күк тирәк», «Алырымҡош менән Бирмәмҡош» уйындарын өйрәнеп ихлас күңелдән уйнанылар. Уйын барышында балалар ағинәйҙәрҙең йырлаған таҡмаҡтарына бейенеләр, йырланылар һәр береһе үҙенең һөнәрен күрһәтергә тырышты, Бәхтийәр Шәрипов «Урал батыр» эпосын яттан һөйләп күрһәтте.
Уйындар балаларҙы күп яҡлап үҫтерә, уларҙың фекерләүен, хәтерен, ихтыяр көсөн нығыта. Күмәк уйындар дуҫлыҡ, берҙәмлек сифаттарын тәрбиәләгән уйындарҙан балалар ҡәнәғәт булып ҡалдылар. Ә халыҡ уйындары беҙҙең иң ҡиммәтле мираҫтарыбыҙҙың береһе.

Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге, Рәмилә Файзуллина.