12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

«Берҙәмлектә — көс»

Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге хеҙмәткәрҙәре, «Беҙ бергә —  көс» хәйриә фонды активистары изге күңелле «Ағинәйҙәр» менән берлектә һәр көн «ДОСААФ» ойошмаһы бинаһына йыйылып махсус хәрби операцияға ярҙам итеүҙе дауам итә.

Яу яланында һыуҙың наҡыҫлығын иҫәпкә алып бөгөнгө көндә ауыл ҡатын –ҡыҙҙары «Ҡоро душ» эшләүҙе әүҙемләштерҙе.

Бер тапҡыр ҡулланыла торған «Ҡоро душ» тулыһынса йыуыныу мөмкинлеге булмаған урында яугирҙарға, шулай уҡ  түшәктә ятҡан ауырыуҙарға ла  бик кәрәкле әйбер.

«Ҡоро душ» ялан шарттарында таҙарыныуҙың иң кәрәкле икәнен  иҫәпкә алып йөрәк йылыһын ҡушып  ағинәйҙәребеҙ  бер көндә меңдән артыҡ ҡоро армия душы әҙерләйҙәр.

Илдә барған хәл-ваҡиғалар бер кемде лә битараф ҡалдырмай, донъя мәшәҡәттәренән арынып, изге теләктәрен теләп  һәр  кем бөгөн көндә  ярҙам итергә тырыша.

 

Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге хеҙмәткәре, Рәмилә Файзуллина.