Мәртәбәле конкурсҡа йомғаҡ яһалды
10 апрель үҙәк район китапханаһында күренекле яҡташыбыҙ, яҙыусы, журналист, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар һәм Яҙыусылар союздары ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Фәрзәнә Фәтих ҡыҙы Аҡбулатованың ижадына арналған асыҡ район әҙәби конкурсына йомғаҡ яһалды. Конкурстың маҡсаты: яҙыусының ижадын төплө өйрәнеү, әҫәрҙәрен уҡыу, уларға ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу, пропагандалау, популярлаштырыу башҡорт теленә һәм әҙәбиәтенә һөйөү тәрбиәләү.
Конкурс өс номинация — «Хикәйәләр һәм шиғырҙар», «Китаптар илендә» һәм «Журналистика» буйынса ойошторолдо. Бәйгелә 6 йәштән 12 йәшкә, 12 йәштән 17 йәшкә тиклемге уҡыусылар һәм 18 йәштән өлкәндәр үҙ көстәрен һынаны, жюри ағзалары барлығы 80-гә яҡын ижади эш ҡараны. Шулай итеп, эштәрҙең иң-иңдәре төрлө номинацияларҙа бүләкләнде.
«Поэзия» өлкәһендә уҡыусыларҙан Атанова Диана 1-се, Илембәтов Салауат 2-се, Моталова Әлиә 3-сө дәрәжә дипломдары, өлкәндәрҙән Фәриғә Күсәкова 1-се, Рәзилә Бәҙретдинова 2-се, Әнүзә Гәрәева һәм Айгөл Йосопова 3-сө дәрәжәле дипломдары менән бүләкләнде, Илдар Юнысов «Илһөйәр», Вәғиҙә Ҡужагилдина «Балҡыш» һәм Рәсимә Исҡужина «Аманатҡа тоғролоҡ» номинациялары буйынса билдәләп үтелде.
«Проза» өлкәһендә Ишемғолова Нәркәс 1-се, Байғужина Алиса 2-се, Ҡыҙрасова Гөлфинә 3-сө дәрәжә, өлкәндәрҙән Фәрҙиә Юнысова 1-се, Вәсимә Солтанова 2-се, Роза Ғәббәсова 3-сө дәрәжәле дипломдарына лайыҡ булды, Гөлдәр Арыҫланова һәм Ләйлә Ҡаҙаҡбаева «Илһам», Ҡыҙрасов Илдан һәм Билалов Ильяс «Өмөт» номинацияларын бүлеште.
«Журналистика» номинацияһында Исҡужина Зөлхизә 1-се, Файзуллин Искәндәр 2-се, Ғөбәйҙуллина Гөлфинә 3-сө дәрәжәле дипломдар менән бүләкләнде, Батисова Уралиә «Аманатҡа тоғролоҡ» номинацияһында билдәләнде.
«Буктрейлерҙар» өлкәһендә Билалов Ислам һәм Атанова Диана 1-се, Биишев Урал, Булатова Илмира һәм Билалова Илина 3-сө дәрәжәле дипломдар тапшырылһа, 2-се дәрәжәле дипломдарҙы өлкәндәрҙән Рита Шәрипова, Хәлиҙә Юлдашбаева һәм Рәсимә Акиловалар бүлеште.
Фәрзәнә Аҡбулатованың әҫәрҙәре буйынса төшөрөлгән «Һүрәт» номинацияһында Күсәкова Юлиә 1-се, Аҡбалина Диана 2-се, Туғыҙбаева Илһөйәр 3-сө дәрәжәле дипломдар менән бүләкләнде. Конкурсанттарҙың барыһына ла яҙыусы Фәрзәнә Фәтих ҡыҙы «Еңеү ҡанаттары», «Йәнйегет мажаралары» исемле китаптарын бүләк итте. Шулай уҡ, бәйгелә ҡатнашыусыларҙың һәр береһенә лә дипломдар тапшырыласаҡ.
Киләһе йылдарҙа ла яҡташ яҙыусыларыбыҙҙың әҫәрҙәрен төплө өйрәнеү, ҡыҙыҡһыныу уятыу, башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләү маҡсатында ижади конкурстар үткәреү традицияға әйләнер. Йәш быуында яҙышыуға ынтылыш, телһөйәрлек сифаттары һалынһа, милли әҙәбиәтебеҙ тамырлы һәм ныҡ буласаҡ.
Лира Такалова, үҙәк район китапханаһы хеҙмәткәре.