«Хеҙмәт төбө –хөрмәт, хеҙмәт төбө – хазина» әҙәби – тарихи сара
24 мартта үҙәк район китапханаһының башҡорт — әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге хеҙмәткәрҙәре райондың тыуған яҡты өйрәнеү музейы менән берлектә Аҡъяр ауылының 2 — се һанлы мәктәбенең 10 класс уҡыусылары өсөн райондың 95 йыллыҡ юбилейына һәм Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Социалистик Хеҙмәт Геройы Ғилман Ғирфан улы Яҡуповтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған «Хеҙмәт төбө – хөрмәт, хеҙмәт төбө — хазина» исемле әҙәби — тарихи сара үткәрҙе.
Уҡыусылар тәрән, бай үткәне менән дан тотҡан район тарихы менән презентация аша танышып, яҡташыбыҙ Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ҡәҙим Әбделғәлим улы Аралбаевтың «Хәйбулла» исемле шиғыры аша тыуған еребеҙҙең һәр күҙәнәген күҙ алдынан үткәреп, райондың уңышлыҡтары менән танышып үттеләр.
Райондың тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры Рәзилә Фазулла ҡыҙы Байғускарова «Ергә һөйөү беҙгә нәҫелдән килә», «Район һулышы», «Еребеҙ улар менән ғорурлана» исемле фотоһүрәттәр стенды ярҙамында райондың талантлы, эшһөйәр хеҙмәт алдынғыларының ҡаҙаныштарын баһалап үтте.
Район үҫешенә ҙур өлөшөн индергән, ауыл хужалығы өлкәһендә оҙаҡ йылдар етәксе вазифаһын башҡарған хеҙмәт ветераны, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы алдынғыһы, Мәжит Мөхәмәтйән улы Бураншин районды юғары кимәлгә күтәргән хеҙмәт алдынғыларын оло хөрмәт менән хәтергә алып үтте.
Район халҡы тиҫтәләгән йылдар дауамында ҙур уңышлыҡтарға өлгәшкән икән, уның үҫешенә баһалап бөткөһөҙ өлөш индергән, хужалыҡтарҙы алдынғылыҡҡа күтәргән етәкселәрен һәм белгестәренең эшмәкәрлеге оло хөрмәткә лайыҡ.
Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Социалистик Хеҙмәт Геройы Ғилман Ғирфан улы Яҡупов районда халыҡтың көнкүрешен мөмкин тиклем яҡшыртыуға көсөн дә, ваҡытын да йәлләмәгән ойоштороу эшен яҡшы белгән, тәжрибәле, һәләтле кадрҙар туплауға күп көс һалған абруйлы етәксе булыуы менән билдәле.
Мәжит Мөхәмтйән улы Бураншин күп йылдар яҡындан аралашып, хеҙмәттәшлек иткән Ғилман Ғирфан улының башҡарған изге эштәрен, намыҫлы, фиҙаҡәр хеҙмәтенең өлгөһө тураһында яҡты иҫтәлектәре менән бүлеште.
Сарала һуңынан «Хеҙмәт, хөрмәт, тоғролоҡ» исемле китап күргәҙмәһенә байҡау ойошторолдо.