12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

«Символдарҙа беҙҙең тамырҙар» китап күргәҙмәһе

25 февралдә  Башҡортостан  Республикаһының Дәүләт флагы көнөнә ҡарата үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегендә «Символдарҙа беҙҙең тамырҙар» исемле китап күргәҙмәһе ойошторолдо.

1990 йылда республиканың Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул ителә һәм уның рәсми атрибуттары – Дәүләт флагы, гербы, гимны булдырыла.

Башҡортостан Республикаһының Дәүләт символикаһы тураһында законында флаг төҫтәренең мәғәнәһе асыла: йәшел төҫ – азатлыҡты, йәшәйештең мәңгелеген, аҡ төҫ – республика халыҡтарының тыныслыҡты һөйөүен, асыҡлығын, үҙ-ара хеҙмәттәшлеккә әҙерлеген, зәңгәр төҫ – уларҙың уй-ниәттәренең сафлығын, ғәҙеллекте, күк йөҙөн белдерә.

Ҡурай сәскәһе – дуҫлыҡ билдәһе, уның ете тажы риүәйәт буйынса Башҡорт халҡының берләшеүенә башланғыс һалған ете ырыуға ишара.

Бөгөн иһә Дәүләт флагы — республиканың дәүләт һәм ижтимағи тормошонда айырылғыһыҙ атрибут. Ул илдең төрлө төбәктәрендәге республика вәкиллектәре биналары өҫтөндә лә елберҙәй, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙә рәсми делегацияларҙың юлдашы.

Китап күргәҙмәһендә Рәшит Шәкүрҙең   «Баш йортобоҙ- Башҡортостан» мәҡәләләр һәм очерктар йыйынтығында яҙыусының тыуған республикабыҙға, тарих һәм этнография, туған тел һәм рухи мәҙәниәтебеҙгә   арналған мәҡәләләре, «Яҙмышы бай, рухы азат», «Башҡортостандың ете мөғжизәһе», «Башҡортостан тарихы» һәм башҡа китаптар урын алған.