12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

Патриотик сара «Милли рухлы яугирҙар»

2025 йыл Башҡортостанда Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылы тип иғлан ителде. Ошо уңайҙан үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге хеҙмәткәрҙәре 1-се һанлы Аҡъяр  мәктәбенең 7 класс уҡыусыларына (башҡорт әҙәбиәте  һәм  тыуған тел  уҡытыусыһы Гөлшат Иштимер ҡыҙы Ишбулатова)  «Милли рухлы яугирҙар» исемле  патриотик сара ойошторҙо.

Бөгөн көндә халҡыбыҙ һәм илебеҙ киләсәге өсөн ир-егеттәребеҙ  тыуған илен, Ватанды һаҡлау буйынса махсус хәрби операцияла үҙҙәренең хәрби бурысын намыҫ менән үтәй. Имен тормош теләп, һәр кемебеҙ мәғлүмәт биттәренән, зәңгәр экрандар аша  махсус хәрби операция барышын күҙәтеп бара.

Сара барышында уҡыусылар Яңы Петровка ауылынан яугир яҡташыбыҙ, Рәсәй Геройы Никита Петровтың яуҙағы ҡаһарманлығы менән таныштылар, уның ҡыйыулығы, тәүәкәллеге һәм уйлап эш итә белеүе арҡаһында дошмандар ҡаршылыҡ күрһәтә алмай ҙур юғалтыуҙар менән сигенергә мәжбүр булыуы тураһында мәғлүмәтте ҡыҙыҡһынып тыңланылар.

«Ағиҙел» журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафиндың «СВОими глазами» китабында урын алған «Бер ғүмер етмәй икән» очергында Тәтешле егете Фәнис Хөсәйенов хәрби бурыстын үтәгәндә дошмандан тартып алынған БТР-ҙа ҡайтып төшөүе, уның ысын халыҡ батырына әүерелеүе, ошо  зирәклеге өсөн «Сая Фәнис» ҡушаматын алыуы  хаҡында танышып үттеләр. Яу ҡырында һәләк булған яугирға ҡаһарманлығы өсөн генерал Шайморатов ордены тапшырыла, уның  исеме мәңгелеккә беҙҙең хәтерҙә һаҡланыр.

Яугир яҡташтарыбыҙҙың ҡаһарманлығы, тормошта һайлаған юлы барыбыҙ өсөн дә рух көсө һәм батырлыҡ өлгөһө булып тора.