12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

«Мөғжизәле Яңы йыл»

Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге янында ойошторолған «Ағинәйҙәр» ойошмаһы һәм  «Юшан» халыҡ инструменталь ансамбль коллективы өсөн «Мөғжизәле Яңы йыл» исемле  сара үткәрелде.

Яңы йыл — ул мөғжизә, тылсым һәм изгелек байрамы. Беҙҙең сарабыҙ ҙа тик изге уйҙар менән башланды.Үтеп барған йылға йомғаҡ яһап беҙҙең һәр кемебеҙҙең уйында тик бер теләк — илдә тыныслыҡ булыуын теләне.

Үткәрелгән байрам  кисәһе мөғжизәләргә бай булды.Ҡыш бабай  һәр кемдең күңеленә яңы өмөттәр бағлап, иң изге теләктәрен киләһе йылдың уңышлы килеүен теләп ҡотлау сәләмдәрен еткерҙе.Ҡыш бабай, йәшел аждаһа, ҡуян, киләһе йыл хужаһы йылан сараны йәмләп төрлө дәртле уйындар үткәрҙеләр, һәр кем үҙ һөнәрен күрһәтеп йырланы, шыршы тирәләй бейеп   күңел астылар.

Йәшел аждаһа киләһе  йылдың хужаһы йәшел ағас Йыланға изге бурыстарын тапшырҙы,киләсәктә донъялар тынысланып, һәр көндөң имен үтеүен теләне,  күңелле осрашыуҙар менән бай булыуын белдереп изге  хәбәрҙәре менән ҡыуандырҙы.

МөғжизәлеЯңы йыл байрамы барыбыҙға ла һаулыҡ, аяҙ күк йөҙө, шатлыҡ-ҡыуаныстар ғына алып килһен, тигән изге теләктәр менән тамамланды.