12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

Ҡаршы алығыҙ – яҡташтарыбыҙҙан ижади күстәнәс!

Ҡәҙерле китап һөйөүселәр һәм кескәй дуҫтарыбыҙ! Һеҙҙең иғтибарығыҙға, яҡташтарыбыҙҙың яңы китаптарын тәҡдим итәбеҙ!

Яҙыусы, журналист, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар һәм Яҙыусылар союздары ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Фәрзәнә Фәтих ҡыҙы Аҡбулатованың яңы китабы «Йәнйегет мажаралары» тип атала. Был китапҡа «Йәнйегет мажаралары» исемле әкиәт һәм «Нанотолпар», «Ә һин шатлана беләһеңме?» тип исемләнгән ике повесть ингән.

Әкиәттең төп геройы Йәнйегет төрлө ауырлыҡтар аша дуҫлыҡтың нимә икәнен, ни өсөн кешеләргә ярҙам итергә кәрәклеген аңлар. Үсмерҙәр өсөн тәғәйенләнгән «Нанотолпар» исемле повесы малайҙар донъяһын айҡай, «Ә һин шатлана беләһеңме?» повесы ҡыҙҙарҙың үҙ-ара мөнәсәбәте тураһында.

Бөгөнгө көндә “Тамаша” журналының бүлек мөхәррире булып эшләүсе шағирә Миләүшә Ҡыҙрасованың «Ҡырҡ сыраҡлы усағым» исемле бай йөкмәткеле шиғырҙар китабы донъя күрҙе. Китапта шағирәнең үҙенсәлекле, халыҡсан һутлы тел менән ижад ителгән, донъяға саф күңел, асыҡ ҡараш менән бағып, тормошто тасуирлай, күңелдәге уйҙарын аҡыл һатмай еңел генә итеп шаянлыҡ менән әйтеп бирә алғаны өсөн уҡыусы күңелең яулап алған шиғырҙары тупланған.

Был китаптар әҙәбиәт һөйөүселәр күңеленә хуш килер тип ышанабыҙ! Китапханаға рәхим итегеҙ!