«Әсәй ҡулдары — тормош нигеҙе» тип исемләнгән байрам
Әбеш ауылы китапханаһында «Әсәй ҡулдары — тормош нигеҙе» тип исемләнгән бик матур байрам үтте.
Сара Хәйбулла районы Үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы араһында «Китапхана – милли мираҫты һаҡлаусы» имиджлы саралар конкурсы сиктәрендә үткәрелде. Шулай уҡ был байрам Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына һәм Башҡортостан Республикаһында Ҙур һәм татыу ғаилә йылына арналды.Байрамды Әбеш ауыл биләмәһе башлығы Юнысов Таһир Мөғлитдин улы асып ебәрҙе. Ул йыйылған барлыҡ әсәйҙәргә йылы ҡотлау һүҙҙәрен һәм изге теләктәрен еткерҙе.
Сара барышында «Әсәй ҡулдары — тормош нигеҙе» исемле бай йөкмәткеле китап күргәҙмәһе эшләне, унда төрлө жанрҙағы китаптар тәҡдим ителде.
Байрамға йәм өҫтәп, Әбеш ауыл биләмәһенә ҡараған Оло Әбеш, Оло Арыҫланғол, Бәләкәй Арыҫланғол, Һаҡмар-Наҙарғол һәм Үрнәк ауылдарының һәүәҫкәр артистары үҙҙәренең моңло йырҙары, дәртле бейеүҙәре һәм сағыу сығыштары менән тамашасыларҙы таң ҡалдырҙы.