Яугир егеттәргә ярҙам итеү — барыбыҙҙың да изге бурысы
Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге янында ойошторолған «Ағинәйҙәр» берекмәһе ағзалары махсус хәрби операцияла хеҙмәт иткән яугирҙарға ярҙам итеүҙең мөһимлеген тәрәндән аңлап, был изге эште маҡсатлы һәм ойошҡанлы рәүештә дауам итәләр.
Ошо уңайҙан халҡыбыҙҙың изге йолаларын, шөғөлдәрен дауам итеп, милли ризыҡтарҙың файҙаһын ҡайтанан тергеҙеүе һәм уларҙы киң ҡулланылышҡа индереүе бик ҡыуаныслы. Ә инде арабыҙҙа ысын талҡан оҫтабикәләре булыуы — икеләтә һөйөнөслө.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы һалдаттарыбыҙға туҡлыҡлы, көс-ҡеүәт биреүсе һәм шифалы үҙенсәлектәргә эйә булған милли ризығыбыҙ — талҡан әҙерләнде.
Иң изге теләктәр, йөрәк йылыһы менән һуғарылған был ризыҡтар һалдаттарыбыҙҙың ғәзиз ғүмерен һаҡлап йөрөтһөн, өй йылыһы булып, имен-аман әйләнеп ҡайтырға яҙһын!
Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге мөдире Рәмилә Файзуллина