«ЙӘНТӨЙӘГЕМ — ХӘЙБУЛЛАМ» исемле тыуған яҡты өйрәнеү буйынса викторина һорауҙарына яуаптар
- Хәйбулла районы нисәнсе йылда барлыҡҡа килгән?
Яуап: 1930 йылдың 20 авгусында.
- Хәйбулла районы ниндәй өлкә һәм райондар менән сиктәш?
Яуап: Ырымбур өлкәһе, Ейәнсура, Йылайыр, Баймаҡ райондары.
- «Хәйбулла ауылдары» китабының авторы кем?
Яуап: Тыуған яҡты өйрәнеүсе Рафаил Рәхимов.
- «Хәйбулланың батыр улдары» китабы кемдәргә арналған?
Яуап: Махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт иткән яҡташ яугирҙарға арналған.
- Бөйөк Ватан һуғышында 5 меңдән ашыу яҡташ яугир ҡаһарманлыҡтары өсөн дәүләт наградалары менән бүләкләнә. Иң юғары награда – Советтар Союзы Геройы исеменә кем лайыҡ була, уның исем-шәрифен атағыҙ.
Яуап: Ҡәйүм Әхмәтшин.
- Шиғырҙың исемен һәм авторын атағыҙ?
… «Ул әкиәт донъяһымы?Шағир хыялый була…» —
Тиһәләр ҙә,беҙгә ожмах –
Йән төйәгем, Хәйбулла!..
Яуап: «Хәйбулла», Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай.
- Хәйбулла районы «Шайтантау» заказнигы, Суҡраҡ сейәләре, Ҡайын-ҡабаҡ, Йомортҡалы күл, Таштуғай тауҙары, Меңйәшәр ҡарағас һәм башҡа тәбиғәт ҡомартҡыларына бай. «Шайтантау» заказнигы нисәнсе йылда ойошторолған?
Яуап: 1971 йылда.
- Аҡъяр ауылының Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе алдында Түңгәүер ырыуы азаматы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, милли көрәш батырына бюст ҡуйылған. Заманында майҙандарҙы шаулатҡан, бер бәйгелә лә бил бирмәгән көрәшсенең исем-шәрифен атағыҙ.
Яуап: Ғаззали Үтәшев.
- Париж сәхнәләрендә ҡуйған концерттарҙың береһендә бер ханым сәхнәгә йүгереп менә һәм ҡурайсының рөхсәте менән ҡурайҙың эсенә күҙ һала, уның ябай көпшә икәнен күреп шаҡ ҡата. Зал тағы ла ҡайнар алҡыштарға күмелә, ә теге ҡатын, ҡулындағы алтын балдағын сисеп, ҡурайсының һуҡ бармағына кейҙерә. Кем тураһында һүҙ бара?
Яуап: Яҡташыбыҙ, мәшһүр ҡурайсы Йомабай Иҫәнбаев.
- Беренсе башҡорт дирижёры, Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Ул башҡорт композиторҙары операларының тәүге постановкаларында дирижерлыҡ итә, 80-ләп спектаклдәрҙә, балеттарҙа, операларҙа, Иоһанн Штраус музыкаһына яҙылған «Зәңгәр Дунай» балетына ғына ла ул 301 тапҡыр дирижёрлыҡ итә. Бигерәктә уның яҡташыбыҙ булыуы беҙҙең өсөн ҙур ғорурлыҡ. Кем тураһында һүҙ бара?
Яуап: Ғәйнетдин Моталов.
Рәхмәт!
Сертификатҡа һылтанма: https://cloud.mail.ru/public/3n4c/u4xukd7eD