«Китап уҡыу — йән, күңел дауаһы»
Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбитәе һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегендә, китап уҡырға теләге булып та, сәләмәтлеге буйынса китапханаға йөрөй алмаған хеҙмәт ветерандарының өйҙәренә барып рухи аҙыҡ менән хеҙмәтләндереү дауам итә.
Был бик изге һәм мөһим эш. Уҡыу — ул белем алыу ғына түгел, ә тормоштоң дауам итеүен тойоу, донъя менән бәйләнеште өҙмәү, хәтерҙе һәм зиһенде яҡшыртыу сығанағы ла. Өлкән быуын вәкилдәре өсөн был айырыуса ҡәҙерле. Китапты өйгә алып барып биреү — ул бит рухи аҙыҡ ҡына түгел, ә иғтибар, хәстәрлек һәм оло быуын менән бәйләнеш. Был хеҙмәт ветерандары өсөн ысын мәғәнәһендә күпер ролен үтәй: уларҙы тышҡы донъянан айырмай, яңы хис-тойғолар, белем, әңгәмә һәм йыуаныс менән тәьмин итә. Ҡайһы берҙә бер китап йәки журнал биттәре аша килгән хәбәрҙәр кеше өсөн иң мөһим йыуанысҡа әйләнә.
Өлкән быуын уҡыусыларыбыҙ Эльвира Такалова һәм Гөлдәр Кадаева ваҡытлы матбуғат баҫмаларынан ҡатын-ҡыҙҙар, ғәилә өсөн әҙәби — нәфис «Башҡортостан ҡыҙы» журналында «Әҙәби балҡыш», «Йолаларҙа –йәшәү асылы», «Ауыл һулышы», Башҡортостан йәштәре журналы «Шоңҡар» ҙа «Оҫта ҡулдар»,«Сәләмәтлек», «Шәп замандаш», әҙәби нәфис һәм публицистик «Ағиҙел» дә баҫылған «Күңел ынйылары», «Уҙаман», «Сәсмә әҫәрҙәр»ҙе, мәҙәни мәғрифәт «Бәрәкәт» журналында «Ағинәй һүҙе», «Илһам, динебеҙ нигеҙҙәре», «Нәсихәт» һәм Айһылыу Мараканова «Башҡортостан» республика ижтимағи – сәйәси гәзитендә «Тормош һабаҡтары», «Иман», «Шәхес», «Йома» ҡунағы, «Мең дә бер кәңәш» кеүек бүлектәрен барыһы ла фәһемле һәм кәрәкле яҙмаларын көтөп алып уҡыйҙар.
Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге, Рәмилә Файзуллина