12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

«Ирҙең даны иленән, халҡы менән еренән» әҙәби сараһы

Үҙәк район китапханаһында башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге хеҙмәткәрҙәре Халыҡ-ара атайҙар көнөнә арналған 2-се Аҡъяр урта мәктәбенең 7 класс уҡыусылары өсөн «Ирҙең даны иленән, халҡы менән еренән» тип исемләнгән әҙәби сара үткәрҙе. Был күркәм байрам Рәсәй президенты указына ярашлы, 2021 йылда октябрҙең өсөнсө йәкшәмбеһендә билдәләнә һәм атайҙарҙың балалар тәрбиәләүгә һалған өлөшөн хөрмәтләү йөҙөнән үткәрелә.

Әҙәби сарала уҡыусылар менән берлектә байрамдың маҡсатына ярашлы йәмғиәттә, ғаиләлә атайҙарҙың абруйын, дәрәжәһен күтәреү, уларға ҡарата ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеү буйынса «Атайлы бала – арҡалы бала» исемле темаға әңгәмә ҡоролдо. Ир-ат – нәҫел тамырын дауам итеүсе. Нәҫеле бар – нығыр, тигәндәр боронғолар. Шәжәрә лә атайҙар яғынан төҙөлә. Ошо уңайҙан уҡыусылар атай-ҡартатайҙарының исемдәрен әйтеп, нисә быуын белеүҙәрен барланылар.

Әҙәбиәт донъяһында күренекле яҙыусыларҙың ижадында атайҙарҙың баһаһын күтәргән әҫәрҙәр күп. Уҡыусылар шағир Файыҡ Мөхәмәтйәнов, Рәсимә Ураҡсина һәм башҡа яҙыусыларҙың шиғырҙарын уҡып, атайҙарға ҡарата хөрмәтен арттырҙылар. Ә инде шағирә Гөлфиә Хәлфетдинованың «Атай һүҙе» шиғыры аша ғаиләнең терәге, тотҡаһы һәм яҡлаусыһы булған атайҙың яҡшылыҡҡа һәм изгелеккә саҡырған, фәһемле кәңәштәрен тыңларға кәрәклеген белделәр. Әҙәби сарала «Бер һүҙ менән әйт», «Артыҡ һүҙ», «Мәҡәл һәм әйтемдәрҙе дөрөҫлә» исемле интеллектуаль уйыны үткәрелде. Шулай уҡ уҡыусылар Рәсәйҙең ҡалаларында атайҙарға арналған һәйкәлдәр менән таныштылар.

Әҙәби сара аҙағында уҡыусылар әсәй менән бер рәттән, атайға ла яғымлы булырға, уға ихтирамлы булып, оло хөрмәт күрһәтергә кәрәклеген төшөндөләр. Ғаиләлә атаһының абруйын күреп, уның ышанысын һәм һөйөүен тойоп үҫкән бала ҙур тормошҡа аяҡ баҫҡас та, юғалып ҡалмай, үҙ көсөнә ышанып, киләсәккә яҡты өмөт менән ҡарай.

Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге хеҙмәткәре Лира Такалова