«Илһам сығанағым – тыуған еремдә» исемле әҙәби кисә
16 октябрь Район мәҙәниәт йортонда билдәле яҡташыбыҙ, Башҡортостан Республикаһының халыҡ шағиры, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты, Хәйбулла районының почетлы гражданины, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Сергей Чекмарев, Зәйнәб Биишева, Рәми Ғарипов, Фәтих Кәрим, Назар Нәжми исемендәге әҙәби премиялар лауреаты, Рәсәй Яҙыусылар союзының юғары наградаһы – «Әҙәбиәттәге хеҙмәттәре өсөн» почет билдәһенә һәм «Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденына лайыҡ булыусы Ҡәҙим Әбделғәлим улы Аралбайҙың 85 йәшлек күркәм юбилейына арналған «Илһам сығанағым – тыуған еремдә» исемле әҙәби кисә үтте.
Ҡәҙим Аралбай – халҡыбыҙҙың рухи донъяһын, үткән һәм бөгөнгө тормошон, милли үҙенсәлектәрен юғары сәнғәт кимәлендә сағылдырған, әҙәбиәтебеҙгә ҙур өлөш индергән бөйөк талант эйәһе. Уның ижады – тыуған илгә, халыҡҡа булған сикһеҙ һөйөүҙең, фәһемле фекерҙәрҙең һәм хисле һүҙҙәрҙең ҡабатланмаҫ берләшмәһе.
Байрам кисәһе Хәйбулла районының «Түңгәүер» халыҡ ҡурайсылар ансамбленең (етәксеһе Фәнис Атанов) «Шафиҡ» һәм «Хәйбулла маршын» башҡорт халыҡ көйҙәрен башҡарыуы менән асылды. Алып барыусылар билдәләүенсә, Хәйбулла ере үҙенең хозур тәбиғәте менән генә түгел, ә башҡорт әҙәбиәтен һәм сәнғәтен үҫтереүгә ғүмерен бағышлаған арҙаҡлы шәхестәре менән дә хаҡлы рәүештә ғорурлана ала.
Хәйбулла районы хакимиәте башлығының социаль мәсәләләр буйынса урынбаҫары Роза Рәсембәтова Ҡәҙим Әбделғәлим улын юбилейы менән ҡотлап, әҫәрҙәрендә тыуған еребеҙҙең һулышы, халҡыбыҙҙың яҙмышы, ата-бабаларыбыҙҙың аманаты, рухи мираҫы асыҡ сағылыуын, талантлы яҡташыбыҙҙың башҡорт әҙәбиәтен һәм милли рухты үҫтереүгә ҙур өлөш индереүен, әҙиптең тыуған еренә булған сикһеҙ һөйөүен билдәләп, оло рәхмәтен белдерҙе.
Яҙыусы, журналист, Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Башҡортостан Яҙыусылар һәм Рәсәй Журналистар союзы ағзаһы, Шайхзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты, «Шоңҡар» Башҡортостан йәштәр журналының баш мөхәррире Айгиз Баймөхәмәтов һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары Искәндәр Хәсәнов Ҡәҙим Аралбайҙың әҙәбиәт донъяһындағы ҡаҙаныштарына юғары баһа биреп, шағирға ижади уңыштар һәм рух ныҡлығы теләне.
Ҡотлау һүҙҙәренә Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты директорының урынбаҫары Айрат Ильясов, Хәйбулла район мәҙәниәт бүлеге начальнигы, Хәйбулла район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Илүзә Кәримова, Хәйбулла үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы директоры Аксана Сынбулатова ҡушылып, үҙҙәренең ихтирамын һәм хөрмәтен, ижады менән ғорурланыуҙарын, шиғырҙары үҫеп килгән быуын өсөн рухи аҙыҡ булып торғанын билдәләнеләр һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙылар.
Шулай уҡ, Ҡәҙим Әбделғәлим улын яҡындары ҡотлап, уның изге күңелле, туған йәнле, йәнтөйәген сикһеҙ һөйөү менән яратыуын билдәләп үттеләр һәм ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙеләр.
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, халыҡ сәсәниәһе, «Ал да, нур сәс халҡыңа» миҙалына лайыҡ булыусы Фәниә Арыҫланова Ҡәҙим Аралбайҙың юбилейына арнап ижад иткән мәдхиәһен башҡарҙы.
Ҡәҙим Әбделғәлим улы үҙенең сығышында яҡташтарына сикһеҙ ихтирамын белдереп, йөрәк түренән сыҡҡан рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе һәм яңы ижад иткән шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе.
Район мәҙәниәт йорто фойеһында билдәле яҡташыбыҙ Ҡәҙим Аралбайҙың ижадына арналған «Тыуған яғыма — һөйөү йырҙарым» исемле китап күргәҙмәһе ойошторолдо. Әҙәби кисәне музыкаль яҡтан Йомабай Иҫәнбаев исемендәге Аҡъяр балалар сәнғәт мәктәбенең уҡыусылары һәм Район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре сағыу сығыштары менән биҙәне.
Кисә һуңында ойоштороусылар Ҡәҙим Әбделғәлим улына артабан да илһамлы ҡәләм ҡөҙрәте, ныҡлы һаулыҡ, бәрәкәтле оҙон ғүмер юлы теләнеләр. Тыуған еребеҙгә оло һөйөү йөрөткән яҡташыбыҙҙың ижад ҡомары тик йәйғор нурҙарына сорналһын, алдағы көндәрҙә бәрәкәтле ижад емеше менән халҡыбыҙҙы, әҙәбиәт һөйөүселәрҙе ҡыуандырһын!