РУХ ЯҘЫУЫ» рухландырҙы
15 октябрь район мәҙәниәт йортонда билдәле яҡташыбыҙ, Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, әҙәби премиялар лауреаты, Рәсәй Яҙыусылар союзының «Әҙәбиәттәге хеҙмәттәре өсөн» почет билдәһе һәм «Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденына лайыҡ булыусы, Хәйбулла районының почетлы гражданины Ҡәҙим Әбделғәлим улы Аралбайҙың 85 йәшлек юбилейына һәм ижадына арналған «РУХ ЯҘЫУЫ — 2026» асыҡ район шиғриәт телевизион бәйгеһе үтте.
Бәйгенең маҡсаты: башҡорт телен һаҡлау, үҫтереү, данлау һәм популярлаштырыу. Яҙыусы-шағирҙарыбыҙҙың ижадына хөрмәт, һөйөү тәрбиәләү, уларҙың әҫәрҙәрен уҡыуға ҡыҙыҡһыныу уятыу, Башҡортостандың мәҙәни мираҫына, туған әҙәбиәткә ҡарата ғорурлыҡ һәм милли рух тойғоһо тәрбиәләү.
Һигеҙенсе тапҡыр үткәрелгән «РУХ ЯҘЫУЫ — 2026» конкурсында Башҡортостандың төрлө райондарынан һәм Ырымбур өлкәһенән 70-тән ашыу бәйгесе көс һынашты. Финалға жюри ағзалары тарафынан бөтәһе 26 бәйгесе һайлап алынды, шуларҙан 11 бәйгесе район мәҙәниәт йорто сәхнәһендә сығыш яһаны.
Бәйгеселәрҙе жюри ағзалары Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай, яҙыусы, журналист, Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе, Шайехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Айгиз Баймөхәмәтов, район мәҙәниәт йортоноң халыҡ ижады буйынса методисы, Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы, район «Ағинәйҙәр» ойошмаһы етәксеһе, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының «Ал да, нур сәс халҡыңа!» миҙалына лайыҡ булыусы, республика, төбәк-ара сәсәндәр бәйгеһе лауреаты Миңзифа Ишемғолова, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, мәғариф хеҙмәте ветераны Менәүәрә Исхаҡ ҡыҙы Бохарбаева һәм Хәйбулла районы хакимиәтенең финанс мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Әлмирә Шәйәхмәтова баһаланы.
Хәйбулла районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Роза Рәсембәтова һүҙ алып, «РУХ ЯҘЫУЫ» асыҡ район шиғриәт телевизион бәйгеһенең йыл да юғары кимәлдә үтеүен билдәләне, шиғри һүҙҙең бәҫен күтәргән ҡатнашыусыларға рәхмәтен белдерҙе һәм бәйгеселәргә уңыштар теләп, изге теләктәрен еткерҙе.
Күренекле яҡташыбыҙ, Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай шиғриәт һөйөүселәргә, уның әҫәрҙәренә битараф булмаған халҡына, «РУХ ЯҘЫУЫ»нда ҡатнашыусыларға ҙур рәхмәтен белдерҙе һәм бәйгеселәргә уңыштар теләне.
«РУХ ЯҘЫУЫ — 2026» бәйгеһенең шарттарына ярашлы һәр бәйгесе яҡташ шағирыбыҙҙың йөрәк түренән сыҡҡан, сал ҡылғанлы дала тауышы яңғыраған, туған тәбиғәтенә, халҡына һөйөүен белдергән ижад ынйыларын тулы кимәлдә күрһәтә алдылар. Улар Ҡәҙим Аралбайҙың әҫәрҙәрендә сағылған тыуған илебеҙгә ҡарата һөйөүҙе, милли рух ныҡлығын һәм илһөйәрлек сифаттарын белдергән видеопрезентация, шиғыр, йыр һәм театраллаштырылған тамаша аша сағыу сығыштары менән ҡыуандырҙылар.
Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, мәғариф хеҙмәте ветераны Менәүәрә Бохарбаеваның махсус призына Файза Хәлилова, Хәйбулла районы башҡорттар Ҡоролтайының махсус призына Зифа Айҙашева, Хәйбулла районы мәҙәниәт йорто киновидеопрокат һәм телерадиотапшырыуҙар студияһының махсус призына Рәйлә Туҡбаева һәм Венера Иҫәнбаева лайыҡ булдылар.
Бәйгенең финалистары араһында интернет селтәрҙәрендә иғлан ителгән «Тамашасы һөйөүе» номинацияһы Динә Ҡарасоваға тапшырылды.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбайҙың 85 йәшлек юбилейына һәм ижадына арналған «РУХ ЯҘЫУЫ» район шиғриәт телевизион бәйгеһендә 1-се урын Зулейка Мөхәмәтоваға, 2-се урын Гөлназ Вәлитова һәм Динара Такаловаға, 3-сө урын Эмиль Абдрахманов, Гөлназ Тимербаева һәм Гөлдәр Ҡәйеповаға бирелде.
«РУХ ЯҘЫУЫ» район шиғриәт телевизион бәйгеһенең Гран-при Дипломына хаҡлы рәүештә Зәкиә Ҡадаева лайыҡ булды! Зәкиә Мәхәмәтғәле ҡыҙына төп приз «Һаҡмар» шифаханаһына 10 көнлөк путевка тапшырылды.
Һигеҙенсе тапҡыр үткәрелгән «РУХ ЯҘЫУЫ — 2026» асыҡ район шиғриәт телевизион бәйгеһе арҙаҡлы яҡташыбыҙ, Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбайҙың ижады милли рухлы, башҡорт әҙәбиәтендә юғары урын алып тороуын иҫбатланы һәм барыһына ла рух күтәренкелеге өҫтәне. Шиғриәт бәйгеһен район мәҙәниәт йортоноң хеҙмәткәрҙәре сағыу сығыштары менән биҙәне.
Үҙәк район китапханаһы хеҙмәткәрҙәре З. Исәкәева, Л.Такалова.