12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

Яҡташыбыҙ Миҙхәт Әхмәтхан улы Мәмбәтов менән осрашыу

5 октябрь үҙәк район китапханаһында үҙенең тормош юлы менән халҡына хеҙмәт итеүҙең иң юғары өлгөһөн күрһәткән, һүҙе менән дә, эше менән дә илебеҙҙең йөҙөк ҡашы булырлыҡ шәхес, филология фәндәре кандидаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, Рәсәйҙең почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре, Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры — Миҙхәт Әхмәтхан улы Мәмбәтов менән осрашыу кисәһе үтте. Мәртәбәле кисәлә яҙыусының фекерҙәш дуҫтары, яҡташтары, туғандары ҡатнашты.

Арҙаҡлы яҡташыбыҙ күп ҡырлы талант эйәһе: ул — киң ҡарашлы уҡытыусы, күренекле ғалим, фән кандидаты, режиссёр һәм Башҡортостандың йәмәғәт тормошонда сағыу эҙ ҡалдырған сәйәси эшмәкәр. Миҙхәт Әхмәтхан улының һәр аҙымы — тыуған ергә булған сикһеҙ һөйөүҙең, халҡына булған тоғролоҡтоң сағыу дәлиле.

Осрашыуҙа Миҙхәт Әхмәтхан улы үҙенең бала сағы, үткән ғүмере, тыуған ауылы Мәмбәт, Хәйбулла тупрағында үҫкән йылдары тураһында ихлас иҫтәлектәре менән уртаҡлашты. Уның һәр һүҙе — тыуған ергә булған сикһеҙ мөхәббәттең, ихтирамдың сағыу дәлиле. Миҙхәт Әхмәтхан улы ҡайҙа ғына эшләмәһен, ниндәй генә бейек вазифаларҙа булмаһын — күңеле һәр саҡ Мәмбәт ауылында, Хәйбулла тупрағында, тыуған халҡы янында ҡалды. Уның өсөн тыуған ауыл — изге урын, ә яҡташтары — иң ҡәҙерле кешеләр.

Артабан автор «Тәҡдир бизмәнендә — яҙмыштар» исемле әҙәби-публицистик китабының ижад ителеү тарихы тураһында һөйләне. Ул китаптың нисек барлыҡҡа килеүе, уның геройҙары — яҡташтары, яҡындары, тарихи ваҡиғаларҙа ҡатнашҡан шәхестәр тураһында тәрән йөкмәткеле мәғлүмәт бирҙе. Яҡташыбыҙ китабын атаһы— Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһарманы Әхмәтхан Хужанияз улы һәм әсәһе — Вазифа Әғлиулла ҡыҙының яҡты рухтарына арнаған.

Был китапта автор үҙенең йөрәк тибешен, үткән ғүмеренең һәр миҙгелен, яҡташтарының яҙмышын ҡәләм менән ҡағыҙға һеңдергән. Китап — хәтер һағында тороусы, үткәндәрҙең ҡәҙерен белергә өйрәтеүсе рухи ҡомартҡы. Ул бер ғаиләнең генә тарихы түгел, ә тотош илдең, милләтебеҙҙең кисергән ауырлыҡтарын һәм шатлыҡтарын сағылдырған ҙур хеҙмәт тә, быуындарҙы тоташтырыусы алтын еп тә ул.

Әҙәби кисәлә китап геройҙарының яҡындары, туғандары, дуҫтары, яҡташтары китаптың ижад ителеү тарихы, очерктарҙың нисек барлыҡҡа килеүе тураһында ихлас иҫтәлектәре менән уртаҡлашты, үҙҙәренең яҡындары хаҡында йылы һүҙҙәр әйтте. Китап геройҙарының туғандары авторға — Миҙхәт Әхмәтхан улына — оло рәхмәт белдерҙе. Уларҙың иҫтәлектәре, рәхмәт һүҙҙәре кисәгә айырым бер йән һәм йылылыҡ өрҙө.

Сара барышында Хәйбулла район хакимиәте башлығының социаль мәсәләләр буйынса урынбаҫары Роза Раузат ҡыҙы Рәсембәтова  Миҙхәт Әхмәтхан улына тыуған ергә булған сикһеҙ һөйөүе, ысын патриотизмы, яҡташтарына тоғролоғо өсөн йылы һүҙҙәр әйтте.

Талантлы яҡташыбыҙ Миҙхәт Әхмәтхан улының Хәйбулла районы шәхестәренә арналған яҙмалары үҫеп килгән быуында илһөйәрлек рухы тәрбиәләй, тарихыбыҙға ҡарата ҡыҙыҡһыныу уята. Китап беренсе юлдарҙан уҡ уҡыусыны тәрән йөкмәткеле сюжет һәм зауыҡлы бай әҙәби тел менән мауыҡтыра һәм күңеленең иң түренә барып үтә.

«Хөрмәтле Миҙхәт Әхмәтхан улы! Һеҙҙең ғүмер юлығыҙ — беҙҙең өсөн яҡты маяҡ. Аҡыллы кәңәштәрегеҙ, тормошҡа булған оптимистик ҡарашығыҙ һәм тырышлығығыҙ — беҙҙең өсөн ҙур мәктәп. Һеҙгә булған хөрмәтебеҙ сикһеҙ, ә һеҙҙең исемегеҙ тарих биттәрендә алтын хәрефтәр менән яҙылып ҡалыр. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, ижади уңыштар һәм ғаилә именлеге теләйбеҙ!» — алып барыусының ошондай йылы һүҙҙәре менән осрашыу кисәһе тамамланды.

Үҙәк район  китапхана хеҙмәткәре Исәкәева Зилиә