12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

«Йырҙар менән һуғарылған йылдар» исемле әҙәби сара

2 сентябрь үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге хеҙмәткәре тарафынан  ихлас күңелдән  әүҙем эш алып барған «Беҙ бергә — көс» хәйриә фонды активистары өсөн «ДОСААФ» ойошмаһы бинаһында «Йырҙар менән һуғарылған йылдар» исемле әҙәби сара үткәрелде.

Әҙәби сара талантлы әҙибә, уҡытыусы, журналист һәм шағирә, йыр текстары авторы, БАССРҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ғилемдар Рамазанов исемендәге премия лауреаты Фәниә Ғәбделғафар ҡыҙы Чанышеваның тыуыуына 100 йыл тулыуына ҡарата ойошторолдо.

Фәниә Чанышеваның шиғыр, проза әҫәрҙәре йыйынтыҡтары менән тупланған «Һаумы, яҡты көн», «Мөхәббәт менән осрашыу», «Һағышлы һуҡмаҡтар», «Ғүмерҙең яҡты миҙгелдәре», «Замандаштар», «Ғүмерем баҡсаһы» һәм башҡа китаптарын төрлө йәштәге әҙәбиәт һөйөүселәр бик яратып уҡыйҙар.

Сарала авторҙың балалыҡ һәм йәшлек йылдары ауыр һуғыш осорона тура килгән «Замандаш» китабында үҙе күргән–кисергән ваҡиғалар, ҡайһы бер замандаштарының яҙмыштары хаҡында яҙылған башҡорт рухы менән һуғарылған «Арҙаҡлы замандаштар», «Онотолмаҫ осрашыуҙар», «Иҫтәлектәр» исемле бүлектәр менән таныштылар. «Боҙ һәм ялҡын» китабында йөрәгенең барлыҡ күҙәнәктәренә тиклем бала өсөн өҙөлөп торған, әсә һөйөүе, әсә күңеле менән һуғарылған, тәрән мәғәнәле «Бала өсөн» шиғырын ихлас күңелдән тыңлап үттеләр. Ә инде, яу ҡырында ҡалған ҡорбандарға арналған  Сара Садыкова көйөнә «Йылдар аша баш эйәбеҙ» шиғырына яҙылған Фәнүнә Сиражетдинова башҡарыуындағы йырҙы  һәр кем күҙ йәштәре аша тыңланы.

Шулай уҡ, «Ғүмерем баҡсаһы» китабынан тормошсан һәм фәһемле  «Әсәй, һин ҡайҙа?» хикәйәһен тыңлағандан һуң, ололарҙың үҙ-ара аңлаша алмай етем ҡалған сабыйҙың яҙмышы, бала саҡ  кисерештәре хаҡында һәр кем үҙенең күңеленән үткәреп, һығымтаға килеп үҙ фекере менән уртаҡлашты.

Фәниә Чанышеваның тәрән мәғәнәле, тормош дөрөҫлөгө, илһөйәрлек сифаттары менән һуғарылған халыҡсан бай телле повесть һәм хикәйәләре, йырҙары һәм шиғырҙары әҙәбиәт һөйөүселәрҙең күңелен яуланы.

Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге, Рәмилә Файзуллина