Яңы китаптар килде
Ҡәҙерле әҙәбиәт һөйөүселәр!
Һеҙҙең иғтибарға Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә баҫылып сыҡҡан һәм Хәйбулла үҙәкләштерелгән китапханаларының кәштәләрендә урын алған яңы китаптарҙы тәҡдим итәбеҙ.
Кескәйҙәр өсөн яҙылған Гөлшат Әхмәтҡужинаның «Илаҡ крокодил», Фәрзәнә Ғөбәйҙуллинаның «Көн мөғжизәнән башлана…»,Земфира Аҡбутинаның «Йәйғорло йыл» исемле матур һүрәтле китабы, өлкән уҡыусылар өсөн «Биҙәктәр», Морат Рафиҡовтың «Ҡош Юлынан ҡайтырмын», «Замандарға ауаздаш» һәм башҡа китаптарҙа тупланған хикәйәләр, повестар һәм шиғырҙар әҙәбиәт һөйөүселәрҙең күңеленә хуш килер, тип ышанабыҙ.
Китапханаға рәхим итегеҙ!