«Өләсәйле өй — нурлы өй» исемле әҙәби-музыкаль кисә
Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына һәм Башҡортостан Республикаһында Ҙур һәм татыу ғаилә йылына арналған Хәйбулла районы Үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы араһында «Китапхана – милли мираҫты һаҡлаусы» имиджлы саралар конкурс сиктәрендә Иләс ауылы китапханаһында «Өләсәйле өй — нурлы өй » исемле әҙәби-музыкаль кисә үтте.
Үҫеп килеүсе быуынға ололар иғтибары кәрәк. Йылы һүҙҙәре менән ҡанат ҡуйырҙай миһырбанлы ла, мәрхәмәтле лә, изгелекле лә өләсәйҙәре янында саҡта балалар үҙҙәрен икеләтә бәхетле тоя, эшкә, тәртипкә өйрәнеп үҫә. “Өләсәй!” Ниндәй ҙур яуаплылыҡ ята был яғымлы һүҙҙә! “Өләсәй!” тип өндәшеү үҙе бер оло бәхеттер ул.
Кемдең әкиәттәре иң ҡыҙыҡлыһы? Кемдең икмәктәре һәм ҡоймаҡтары иң тәмлеһе? Кем өсөн баланың балаһы балдан да татлыраҡ? Атай -әсәйҙән дә нығыраҡ беҙҙе кем ярата, иркәләй, наҙлай? Борон-борондан кемдең тәрбиәһе алтынға тиң? Татыу ғаиләнең тотҡаһы кем? ӘЛБИТТӘ, ӨЛӘСӘЙҘӘР!!!
Өләсәйҙәр яҙмышы ил яҙмышы менән бер икәнлекте төшөндөрөү, ғаилә бәйләнештәрен нығытыу һәм өләсәйҙәргә һөйөү, ихтирам тәрбиәләү маҡсатында үткәрелгән был кисәлә балалар һәм уларҙың өләсәйҙәре ҡатнашты. Сараға саҡырылған һәр өләсәй каникулда ял иткән ейән-ейәнсәрҙәре менән килде. Бына улар: Вилә Шәйхетдин ҡыҙы Рәхмәтова ейәнсәре Айһылыу һәм ейәне Инсаф менән; Минниса Ишмырҙа ҡыҙы Рәхмәтова ейәнсәре Диана, Рима Ризаитдин ҡыҙы Ильясова ейәнсәрҙәре Дарина һәм Әминә, Миңһылыу Хәлит ҡыҙы Ғүмәрова ейәндәре Рәдиф һәм Арыҫлан, Аһылбикә Ирғәле ҡыҙы Туҡбаева ейәнсәрҙәре Әминә һәм Мәликә, Рәхимә Мәһәҙей ҡыҙы Шәрипова ейәнсәре Арина һәм ейәне Рафаэль, Яңылбикә Әхәт ҡыҙы Фәтхуллина ейәнсәре Вилена һәм ейәне Инсаф. һәм Фәнүзә Ғилман ҡыҙы Рәхмәтова ейәнсәре Алина һәм ейәне Азим.
Өләсәйҙәр сараға буш ҡул менән килмәгән. Бүлмәне уларҙың сағыу ҡул эштәре биҙәне. Тегергә лә, сигергә лә, бәйләргә лә һәм бешеренергә оҫта шул беҙҙең өләсәйҙәр! Кескәйҙәрҙең өләсәйҙәргә арналған шиғырҙары, Зинфира Рамазан ҡыҙы Шәрипованың моңло йырҙары, Көнһылыу Шәрипова һәм Дарина Ильясованың башҡорт халыҡ бейеүҙәре, Диана Юлдашбаеваның дәртле шаян бейеүе, Лиана Ишбулдинаның синтезаторҙа уйнауы, Рәдиф Ильясов һәм Виленаның ҡул эштәре ,ҡуйған ҡыҙыҡлы көләмәстәре өләсәйҙәр һәм тамашасылар күңеленә хуш килде. Ә инде балаларҙың сығыштарынан һуң уңған, һәр ҡайҙа ла өлгөр өләсәйҙәр менән ҡыҙыҡлы уйындар ҙа ойошторолдо. Улар үҙҙәрен һәр яҡлап та һынап ҡаранылар: бәләкәстәренә өгөт-нәсихәт, мөнәжәт, иркә һүҙҙәр әйтеү, ҡыҙыҡлы һорауҙарға яуап биреү, улар менән булған ҡыҙыҡлы ваҡиғалар һөйләү. Шулай уҡ өләсәйҙәр үҙ сиратында балаларға һөнәрҙәрен күрһәттеләр, төрлө фәһемле кәңәштәрен, теләктәрен еткерҙеләр, тәрбиәүи ысулдары менән дә уртаҡлаштылар.
”Ҡарлуғас” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе, өләсәй Хәлиҙә Сабир ҡыҙы Юлдашбаева телмәр үҫешенә ыңғай йоғонто яһаған бармаҡ уйындары буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе.
Китапханасы Нәжиә Имамбай ҡыҙы Асҡарова «Ғаилә-илһам сығанағы» исемле китап күргәҙмәһе менән таныштырып үтте.
Яңы Ергән ауыл хакимиәте башлығы Рәзифә Ирғәле ҡыҙы Тасбулатова сарала ҡатнашып 30- 50 йыл йәшәгән ғаилә парҙарын тәбрикләп үтте.
Әхмәт һәм Бибинур Ҡунаҡасовтар 50 йыл, Марат һәм Шәһиҙә Ғәббәсовтар 45 йыл, Айгөл һәм Сәлимйән Рәхмәтовтар -35 йыл, Хисаметдин һәм Минниса Рәхмәтовтар, Ғаяз һәм Нәжиә Асҡаровтар, Айрат һәм Әнисә Аллабирҙиндар -30 йыл татыу ғүмер кисерә.
“Ғүмер итеү — үргә менеү тиҙәр. Ә үргә менеү бер ҙә еңел түгел. Йә ҡояш ҡыҙҙыра, йә ҡаршыға иҫкән ел-буран артҡа этә. Бына шул саҡта тормош иптәшең — ышаныслы терәгең булыу ниндәй ҙә ауырлыҡты еңергә ярҙам итәлер ул.
Ысынлап та, халҡыбыҙҙа “Матур ғаилә-ил күрке” тигән мәҡәл бар. Шул матур ғаиләләрҙең нигеҙ ташы – өләсәйҙәр. Улар-тормош йәме, донья тотҡаһы. Был күңелле, фәһемле сарала ҡатнашыусылар быға тағы бер ҡат инанғандыр. Кисә тәмле сәй табыны менән тамамланды.