12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

«Йәшәү йәме – ғаиләлә»- тематик   сара

Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегендә Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ  көнөнә ҡарата «Йәшәү йәме – ғаиләлә» исемле әҙәби — музыкаль сара үткәрелде. 

 Ғаилә — кеше үҙе тыуҙырған иң ҙур бәхет. Ер шарында бәхетле һәм татыу ғаиләнән дә нығыраҡ берлек юҡтыр ул. Ғаилә — бер үк ваҡытта яңы тормоштоң башы ла, матур нәҫелдең дауамы ла, изге йолаларҙы һаҡлау ҙа.

Ғаилә традицияларын һаҡлауға һәм балалар тәрбиәләүгә ҙур өлөш индергән ғаиләләрҙе байрам уңайынан тәбрикләү сараһында Искәндәр Файзуллин ҡурайҙа «Шафиҡ» һәм «Порт Артур» башҡорт халыҡ көйҙәрен  башҡарыуын  байрам бүләге итеп ҡабул иттеләр.

Сараға саҡырылған, йәшлек хистәрен һүрелтмәй бәхет  утрауында иңгә- иң терәшеп илле йылға яҡын йәшәгән, тормош йөгөн бер төптән тартҡан, йәштәргә өлгө булып торған ғаилә парҙары,  бер-береңде аңлап, хөрмәт итеү һәм берҙәм йәшәүҙең мөһимлегенә баҫым яһанылар. 

Аҡъяр ауылынан Мөхтәр һәм Йомабикә Илембәтовтар, Рәшиҙә һәм  Рим Солтановтар, Татыр-Үҙәк ауылынан Ҡасим һәм Раушания Таҡаевтар йәшлек хәтирәләренә төшөп үҙҙәренең өлгөләрендә тәрбиәләнгән балаларының, ейән- ейәнсәрҙәренең уңыштарына һөйөнөп йәшәүҙәре хаҡында һөйләнеләр, ҡыуаныстары  менән уртаҡлаштылар.

Сарала ҡатнашыусы бәхетле парҙар, хаҡлы ялда булыуҙарына ҡарамаҫтан район кимәлендә үткәрелгән мәҙәни сараларҙа, йәмғиәт тормошонда әүҙем ҡатнашып,  тормоштан йәм табып йәшәйҙәр.

Ололарҙан үрнәк алып саҡырылған йәштәр, бөгөнгө көндә районда ғына түгел республика кимәлендә  билдәлелек яулаған Аҡъяр ауылында төпләнеп, тырышып донъя көткән Алмаз һәм Гөлсәсәк Айҙашевтарҙың ғаиләһеата-бабаларыбыҙҙың милли асылына тап төшөрмәй,  башҡорт рухлы булыуҙары менән һоҡландыра.

Сараны йәмләп Алмаз Рәфҡәт улы халҡыбыҙҙың бөйөк ҡомартҡыһы «Урал батыр» эпосын,  улдары Ислам Б.Бикбайҙың  «Тыуған тел» шиғырын  һөйләп ишеттерҙе, ә инде Гөлсәсәк Миңлеғәле ҡыҙы  моңло тауышы менән ата- әсәһенең ҡомартҡы йырын йырланы.

Шулай итеп, өлгөлө ғаиләләр – районыбыҙҙың — ҡото һәм йәме.
Уның киләсәге тап ошондай тырыш ғаиләләр ҡулында. Тыуған ерен ташлап китмәй, унда төпләнеп, башҡаларға үрнәк булып донъя көткән ғаиләләр беҙҙә тик һоҡланыу тойғоһо ғына уята.
Өлгөлө ғаиләләр – ауыл ҡото, илдең терәге, киләсәге һәм бөгөнгөһө лә.

Әҙәби сараны йомғаҡлап «Ныҡлы ғаилә – ил терәге» исемле китап күргәҙмәһенә байҡау яһап  мөхәббәтле яҙмышҡа ҡоролған бәхетле ғаиләнең ҡырҡа боролош кисереүҙәре тураһында,   З.Ҡаҙаҡбаеваның «Икебеҙ өсөн дә яраттым» хикәйәһен тыңлағандан һуң фекер алышыу ойошторолдо.

Үҙәк район китапханаһының башҡорт-әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге, Рәмилә Файзуллина