«Беҙ бергә» исемле әҙәби кисә
Районыбыҙҙың һәр ауылында ла һүҙ ҡәҙерен белгән, илһамлы ижад даръяһында йөҙгән, күңел түрендәге хис-тойғоларҙы аҡ ҡағыҙ биттәренә төшөргән ҡәләм тирбәтеүселәр бихисап. Улар араһында Зәкиә Мәхәмәтғәле ҡыҙы Кадаева.
15 июнь көнө үҙәк район китапханаһында Хәйбулла хәбәрҙәре гәзитенең әүҙем йәмәғәт хәбәрсеһе, ҡәләмдәше Маҡан ауылының « Ләйсән» вокал ансамбле, «Ҡош юлы» халыҡ фольклор ансамле ағзаһы, Маҡан ауылы ветерандар советы рәйесе, хеҙмәт ветераны Зәкиә Мәхәмәтғәле ҡыҙы Кадаеваның «Без бергә» исемле китабына презентация булып үтте.
Сарала төп ҡунағыбыҙ һәүәҫкәр яҙыусы Зәкиә Мәхәмәтғәле ҡыҙы үҙҙенең ижади уңыштары менән бүлеште. Тормоштоң асылын, донъяның матурлығын ҡайнар йөрәге аша тойған ҡәләм тирбәтеүселәрҙең үҙ теле, үҙ моңо, үҙенә генә хас ижад алымдары бар икәнлеген күрһәтте.
Зәкиә Мәхәмәтғәле ҡыҙы балаларға хас ихласлығы, күңел киңлеге, барса кешегә асыҡ һәм ихлас булыуы менән айырылып тора. Бер уйлаһаң, ундай булыуы менән ҡиммәттәрҙең ҡәҙере бик үк һанланмаған, ығы- зығылы заманда еңел дә түгелдер, сөнки күптәребеҙ үҙ донъяһына бикләнеүҙе хуп күрә. Әммә шағир әйтмешләй, «аяҡтарым юлда, күңелем йырҙа», кешеләр заман башҡа- заң башҡа тип тормай. Улар тәбиғәттән, ата-әсәнән һәм милләттән бирелгән изге ҡиммәттәргә тоғро ҡала.
Яҙыусы «Беҙ Бергә» «Мы вместе» исемле китабында Хәйбулла районының ветерандары, тыл эшсәндәре, өлгөлө ғаиләләр һәм фәһемле саралар тураһында тарихи иҫтәлектәр тураһында бәйен иткән. Китапта һәр яҙмышты сағылдырырға тырышҡан.
Сарала барышында Зәкиә Мәхәмәтғәле ҡыҙының ижадына ҡарата ҡәләмдәш дуҫтары фекерҙәрен белдереп, изге теләктәрен еткерҙеләр. «Ҡош юлы» халыҡ фольклор ансамле район ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе Миңзифа Ибраһим ҡыҙы Ишемғолова һәүәҫкәр яҙыусыны яңы китабын сығарыуы менән ҡотлап, тәбрикләү һүҙҙәрен әйтте. Шулай уҡ, Зәкиә Мәхәмәтғәле ҡыҙының туғандары ла ситтә ҡалманы, ҡустыһы Ғәлимйән Ультраков бала саҡ хәтирәләре менән бүлеште һәм уның хәстәрлекле, яҡты йөҙлө, туған йәнле икәнен һыҙыҡ өҫтөнә алып үтте. Ҡотлау бүләге итеп гармунда теҙмә көйҙәр уйнап, йырлап ишеттерҙе. Сара тағы ла йәмләнеп яҙыусыға икенсе китап яҙырға дәрт бирҙе.
Күңел сафлығын, йөрәк тетрәнеүҙәрен, ялҡынлы йөрәк хистәрен аҡ ҡағыҙға төшөрөүсе һәләтле һәүәҫкәр яҙыусы ижады тормошсан, фәһемле, изгелеккә әйҙәй. Әҙәби кисәлә ҡатнашыусы һәр кем ысын мәғәнәһендә илһамлы сафлыҡҡа, илаһи моңға төрөндө, тормош мәшәҡәттәренән арынды.
Ошондай матурлыҡҡа, әҙәбиәткә ғашиҡ кеше менән аралашыу йәнгә йылылыҡ, рухи дәрт өҫтәй. Зәкиә Мәхәмәтғәле ҡыҙына сәләмәтлек, оҙон ғүмер теләп, артабан да ижад ҡомары һүрелмәһен тигән теләктә хушлаштыҡ.