«Халыҡ уйындары — иң ҡиммәтле мираҫ» мәҙәни сара
25 июнь үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге хеҙмәткәрҙәре китапхана янында ойошторолған «Ағинәйҙәр» берекмәһе һәм «Ғаилә» үҙәге ойошмаһы менән берлектә балалар өсөн «Халыҡ уйындары- иң ҡиммәтле мираҫ» исемле халыҡ уйындары ойошторҙо.
Сарала ҡатнашыусыларға халыҡ уйындарының әһәмиәте — халыҡтың мәҙәниәте, тарихы һәм тәрбиә мөһимлеген аңлатып үткәндән һуң, «Ағинәйҙәр» берекмәһе башҡорт халыҡ музыка ҡоралы ҡумыҙ менән таныштырып «Әүһәләй» һәм «Утарбай» көйҙәрен уйнап күрһәттеләр.
Халыҡ уйындарының быуындан-быуынға тапшырылып, әлегә тиклем һаҡланып ҡалғандарына иғтибар итһәң, улар халыҡтың уҙған тормошон, мәҙәниәтен, көнкүрешен күҙ алдына баҫтырырға ярҙам итә. Халыҡ уйындарының әһәмиәтенә килгәндә, уларҙың йәш быуынды тәрбиәләүҙә тотҡан урыны баһалап бөткөһөҙ.
«Уйындарҙа- хәрәкәт, хәрәкәттә- бәрәкәт» тип халыҡ юҡҡа ғына әйтмәгән, ошо мәҡәләғә ярашлы балаларҙы берләштереп етеҙлекте, сослоҡто талап иткән «Йәшерәм яулыҡ», «Аҡ тирәк, күк тирәк» һәм «Әйлән-бәйлән» уйындарын уйнанылар.
Башҡорт халҡының иң яратып башҡарған йырлы-бейеүле уйындарының береһе «Наза» көйөнә йырҙың һүҙҙәрен йырлап, бейеү хәрәкәттәрен өйрәнделәр.
Мәрйәм Ниғәмәт ҡыҙы Хәйҙәрова иғтибарлылыҡты, ойошҡанлыҡты тәрбиәләгән «Алырым ҡош, бирмәм ҡош» һәм «Сырмалсыҡ» уйындарының уйнау тәртибе менән таныштырҙы һәр кемде ҡыҙыҡһындырған уйында барыһы ла ихлас күңелдән ҡатнаштылар.
Уйындар балаларҙы күп яҡлап үҫтерә, уларҙың фекерләүен, хәтерен, ихтыяр көсөн нығыта. Күмәк уйындар дуҫлыҡ, берҙәмлек сифаттарын тәрбиәләргә булышлыҡ итә. Үткәрелгән сарабыҙҙың төп маҡсаты булып торған балаларға хәрәкәт талап иткән сарабыҙҙан балалар ҡәнәғәт булып ҡалдылар. Ә халыҡ уйындары беҙҙең иң ҡиммәтле мираҫтарыбыҙҙың береһе.
Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге, Рәмилә Файзуллина