«Үтте һуғыш, ҡалды һағыш» китап күргәҙмәһе
22 июнь үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегендә Хәтер һәм ҡайғы уртаҡлашыу көнөнә ҡарата «Үтте һуғыш, ҡалды һағыш» исемле китап күргәҙмәһе ойошторолдо.
Бөйөк Ватан һуғышы — оло тарихи ваҡиға. Тарихлы халыҡ- бәхетле халыҡ. Ул тарихи үткәнен һаҡлаусы, ирек, бәхет өсөн көрәшеүсе улдарын ололауы, онотмауы менән бәхетле.
Һуғыш! Биш кенә хәрефтән торған был һүҙҙә мәңге уңалмаҫ ер яраһы, күңел яраһы, ватылған-емерелгән яҙмыш, өҙөлгән ғүмер, яралы мөхәббәт, йәтимлек…
«Үтте һуғыш, ҡалды һағыш » исемле китап күргәҙмәһендә урын алған «Хәтер» китабына һәләк булған, хәбәрһеҙ юғалған һәм Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Тыуған илебеҙ азатлығын һәм бойондороҡһоҙлоғон һаҡлап алып ҡалыу өсөн үҙ ғүмерен ҡорбан иткән яҡташтарыбыҙҙың исемлектәре индерелгән.
Фәрит Вәхитов төҙөүендә «Аҡ аманат –һалдат хаттары» йыйынтыҡ китабына Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың, шулай уҡ уларҙың ғаилә ағзаларының хаттары, көндәлек яҙмалары һәм хәтирәләре баҫылған.
Әмир Моратовтың «Һуғыш хәтирәләре» китабында авторҙың һуғыш осоронда үткән ғүмере, кисерештәре, Ер, ил, кеше һәм замана яҙмышы хаҡындағы уйланыуҙары, хәүефләнеүҙәре, әрнеүҙәре урын ала.
Зөһрә Ҡотлогилдинаның «Һуғыш яралаған бала саҡ» документаль публицистик, «Һуғыш балалары һөйләй» китаптарында тыл ветерандарының хәтирәләре, иҫтәлектәре, Кәтибә Кинйәбулатованың «Ветерандар» китабында шиғырҙар, поэмалар, повесть, хикәйәләрендә һуғыш осоронда һәм тыныс хеҙмәттә халҡыбыҙ ҡаһарманлығына дан йырлай, Яныбай Хамматовтың «Башҡорттар китте һуғышҡа» романында 112–се башҡорт кавалерия дивизияһының Бөйөк Ватан һуғышы фронттарындағы героик юлы һәм тыл хеҙмәтсәндәренең ауыр эш барышы, Бөйөк Ватан һуғышы яугире А.М. Виноградовтың «Йәшәү хаҡына» китап-альбомына Бөйөк Ватан һуғышындағы Еңеү көнөн Өфөлә һәм башҡа ҡала-ауылдарҙа 1990-2004 йылдарҙа байрам итеү мәлдәрен сағылдырған фотоһүрәттәр һәм Ватаныбыҙ тарихындағы ҡан ҡойғос, иҫәпһеҙ-һанһыҙ ҡорбандар алып киткән һуғыш хаҡында тәрән мәғлүмәттәр менән танышырға мөмкин.
Үҙәк район китапханаһының башгҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге, Рәмилә Файзуллина