12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

Туған телем — мәңгелек хазина

17 апрель үҙәк район китапханаһында «Башҡорт теленән халыҡ -ара диктант- 2026» белем биреү акцияһы сиктәрендә офлайн форматта башҡорт телендә иркен аралашыусылар өсөн әҙерләнгән майҙансыҡта диктант  яҙыу ойошторолдо.

Ҡатнашыусылар милләтебеҙҙең рух байрамына әүерелгән  акцияла Башҡортостандың   халыҡ яҙыусыһы Мөнир Ҡунафиндың «Беҙҙең көс» тип аталған әҫәрҙән өҙөк  яҙҙылар.

Диктант яҙыуҙың маҡсаты — башҡорт телен танытыу, белем алыуға, уның кимәлен күтәреүгә ҡыҙыҡһыныу  уятыу һәм «Тел – халҡыбыҙҙың рухи байлығы» девизы аҫтында телебеҙгә һөйөү уятыу , уны киләсәк быуындарға еткереү – беҙҙең иң изге бурысыбыҙ тигән изге уйҙар менән башҡарылды.

Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Роза Раузат ҡыҙы Рәсембәтова  сарала ҡатнашыусыларға тел  байлығына битараф  булмаған берҙәм ҡатнашыусыларға  рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе һәм йыл һайын үткәрелгән сараның ҙур әһәмиәткә эйә булыуын билдәләп үтте.

Был уникаль акцияла халҡыбыҙҙың тәрән аҡылы сағылған туған телебеҙҙең ҡәҙерен белгән  ағинәйҙәр, китапхананың иң әүҙем китап уҡыусылары, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәрҙең туғандары, Хәйбулла районы буйынса мәшғүллек үҙәге, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, йәмғеһе етмештән ашыу кеше  ҡатнашты.

Тел йәшәһә, халыҡ та йәшәй. Был бик мөһим һәм кәрәкле сара, сөнки тел аша халыҡтың рухи мираҫы еткерелә.

Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге, Рәмилә Файзуллина