Яугир егеттәргә ярҙам итеү — барыбыҙҙың да изге бурысы
Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегендә китапхананың иң әүҙем китап уҡыусылары сираттағы ир-егеттәргә ярҙам итеү маҡсатында алып барылған мөһим һәм кәрәкле эштәрҙе дауам итәләр.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы һалдаттарыбыҙға туҡлыҡлы ла, көс биреүсе, дауалау үҙенсәлектәренә эйә милли ризығыбыҙ талҡанды эшләп, оҙатыуға әҙерләнде. Изге теләктәр менән әҙерләнгән ризыҡтар һалдаттарыбыҙҙың ризығына яҙһын, өй йылыһы булып, барып етһен!