12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

«Һаулыҡ ҙур байлыҡ» исемле сара

8 апрель үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегендә-Бөтә донъя сәләмәтлек  көнөнә арналған  китапхананың иң әүҙем китап уҡыусылары өсөн «Һаулыҡ ҙур байлыҡ»  исемле сара үткәрелде.

Һаулыҡ — кешенең иң ҙур байлығы, бәхетенең нигеҙе, иҫәнлек булғанда ғына кеше үҙенең теләгенә ирешә, йәмғиәт тормошонда актив ҡатнаша, хеҙмәттән ҡәнәғәтлек, ғаиләһенән йәм таба.

Шуныһы ҡыуаныслы, һуңғы йылдарҙа йәмәғәтселектә сәләмәт йәшәү рәүешен алып барыу ғәҙәти күренешкә әйләнде, кеше хәҙер үҙ һаулығына битараф түгел, һәр кем ныҡлы иғтибар бүлә башланы.

Сараға спортты яратҡан, сәләмәт тормошто үҙ иткән изге күңелле һәм ярҙамсыл, үҙ ғүмерендә  бар тырышлығын, күңелен  биреп, балаларға мөһим һөнәргә арнаған мәғәриф хеҙмәт ветераны,   бөгөнгө көндә район кимәлендә  үткәрелгән һәр бер сараның да үҙәгендә булған Мәрйәм Ниғәмәт  ҡыҙы Хәйҙәрова саҡырылды.

Мәрйәм Ниғәмәт  ҡыҙы, күнекмәләрҙең эҙмә эҙлелеген һанап, сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтырыу тәжрибәһе менән уртаҡлашты Тәндең һәр ағзаһы үҙе тураһында даими хәстәрлек, тәрбиә талап итеүен иҫбатлап, ҡатнашыусыларға бер нисә күнекмәләр эшләп күрһәтте.

Һаулыҡ—ул ысын байлығыбыҙ. Ысынлап та, сәләмәт тәндә сәләмәт рух,тәү сиратта кешенең рухы һау булырға тейеш. Тик шул осраҡта ғына кеше ысын мәғәнәһендә сәләмәт була ала.

Сараның икенсе өлөшөндә «Дөрөҫ туҡланыу –һаулыҡтың нигеҙе» тигән темаға ҡарата, дөрөҫ туҡланыу ҡағиҙәләренә туҡталып, файҙалы аҙыҡ-түлеккә өҫтөнлөк биреү мөһимлеге тураһында һәр кем үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлашты.

Ҡатнашыусылар, башҡорттарҙың милли аҙығы талҡандың,  башаҡлы үҫемлектәр араһында витаминдарға бай, сәләмәтлек өсөн  файҙалы ризыҡтар рәтендә булыуы тураһында мәғлүмәт тупланылар  һәм уның әҙерләү рецебы менән танышып үттеләр. Талҡандың туҡлыҡлы, көс биреүсе, дауалау үҙенсәлектәренә эйә булыуын иҫәпкә алып, илебеҙ тыныслығын өсөн  үҙ бурыстарын намыҫ менән үтәгән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы егеттәр өсөн файҙалы, шәрбәтле талҡан  әҙерләнде.

Шулай уҡ, «Сәләмәтлек — йәшәү нигеҙе» исемле китап күргәҙмәһендә урын алған Лира Яҡшыбаеваның «Һылыу ҡарағас», Сәлимйән Бәҙретдиновтың «Тереләргә –тере һыу», Дамир Шәрәфетдиновтың «Йәшел байлыҡ» китаптарына  байҡау яһалды.

Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге. Рәмилә Файзуллина.