12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

«Ижад офоҡтары» әҙәби осрашыуы

21 март бөтә донъя шиғриәт көнө билдәләнә. Ошо көнгә арнап үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегендә китапхана янында ойошторолған «Аҫылташ» һәүәҫкәр яҙыусыларына «Ижад офоҡтары» тип аталған  әҙәби осрашыу үткәрелде.

Шиғриәт һүҙе ғәрәп телендә матур, нәфис һүҙ сәнғәте тигәнде анлата. Уның ныҡлығы – хис-тойғолар һәм һүҙ көсөндә. Шиғыр оҫтаһы унда үҙен уратып алған донъяға, йәмғиәткә, тәбиғәткә булған мөнәсәбәтен белдерә, тулҡынландырғыс уй-кисерештәре, йөрәк тибеше аша замандың, быуындың тын алышын сағылдыра.

Артыҡ яңғырауыҡлы һүҙҙәр, иҫ китмәле буяуҙар менән мауыҡмай һаҡ биҙәктәр аша тыуған яғына, уның тәбиғәтенә, аҡ ҡайындарына, мул һыулы йылғаларына, алтынланып ятҡан иген баҫыуҙарына, сал ҡылғанлы далалар киңлегенә арналған шиғыр-хикәйәләре менән уҡыусы күңелен арбап ала белә беҙҙең һәүәҫкәр яҙыусыларыбыҙ.

Сараның беренсе өлөшө  һәүәҫкәр ҡәләм тибрәтеүселәр үҙҙәре менән таныштырып  һәр береһе эске донъяһына ишекте асты. Икенсе өлөшөндә  тыуып үҫкән ғәзиз ерҙәре, килен булып төшкән яҡтары тураһында илһамланып һөйләп, ошо юҫыҡта яҙылған рухлы шиғырҙарын, хикәйәләрен уҡып ишеттерҙеләр.

Шиғырҙар шул тиклем тәрән, хатта тыңлаусылар ҙа түҙә алмай  шым ғына илай, яулыҡ осо менән күҙ йәштәрен һөртә. Был осрашыу тағы бер тапҡыр иҫбатланы: беҙҙең районда ғәжәп талантлы кешеләр йәшәй.

Осрашыуҙа иң йәш, әммә ышаныслы тауышлы Зөлфиә Искәнйәрова студент сағында Стәрлетамаҡ ҡалаһында «Ашҡаҙар» әҙәби-ижад түңәрәгендә әүҙем шөғөлләнеп, хикәйәләре «Шоңҡар», «Киске Өфө» гәзиттәрендә донъя күргәндән һуң нәшер ителгән «Сер йәшергән миләш» исемле китабынан хикәйәләре менән таныштырып сыҡты. Авторҙың хикәйәләре үҙенең актуаллеге менән айырылып тора. Образдар ышандырырлыҡ итеп эшләнгән, геройҙар психологик яҡтан тулы  асылған. Ҡәләм оҫталары  йәш яҙыусыға ижадына ҡағышлы фекерҙәрен әйтте, кәңәш-тәҡдимдәрен еткерҙе.

Артабан Вәғиҙә Ҡужағилдина үҙенең борсоған темаларына яҙылған шиғырҙарын уҡығандан һуң, телде һаҡлау, милли мәҙәниәтте үҫтереү, тарихҡа ҡағылышлы мәсьәләләрҙе  күтәрҙе.

Район гәзите хеҙмәт ветераны Фатима Ҡоҙабаева хәҙер ҙә оҫталығын юғалтмай. Ул гәзит биттәрендә татыу ғаиләләр, юбилярҙар тураһындағы баҫмалары, яҙмалары менән таныштырып үтте.

Вәсилә Мәмбәтова, Миңһылыу Әминева әсәй, бала тураһында тәрән мәғәнәле шиғырҙар уҡыһа, Нәйлә Сөләймәнова үҙенең шиғырҙарының  үҙенән-үҙе тәбиғи көйгә һалыныуын һөйләне һәм сараны йәмләп ҡатнашыусыларға йырҙарын йырланы. Әнүзә Гәрәева, Фәриғә Күсәкова  тормош юлдаштарына арналған, мөхәббәт, тыуған яҡ, тәбиғәт темаларын өҫтөнлөк күреп ижад ителгән рухлы шиғырҙарын уҡып ишеттерҙеләр.

Шулай уҡ, китапханала райондың һәүәҫкәр яҙыусыларының китаптарынан төҙөлгән «Ерен йәмләр Аҫылташ» исемле китап күргәҙмәһе ойошторолдо.

Әҙәби сарала ҡатнашыусылар аралашыуҙан илһам алып, киләһе осрашыуҙа һәр кем ғаилә йылына ҡарата яҙылған ижади емештәре менән килергә  тигән ҙур маҡсат менән таралыштылар.