12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

«Илһам сығанағы» исемле әҙәби сара

16 март үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге хеҙмәткәрҙәре шәхси ваҡыты менән иҫәпләшмәй, ихлас күңелдән әүҙем эш алып барған «Беҙ бергә – көс» хәйриә фонды активистары өсөн «ДОСААФ» ойошмаһы бинаһында «Илһам сығанағы» исемле әҙәби сара үткәрҙе.

Әҙәби сара Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, танылған драматург, прозаик һәм журналист, «Ағиҙел» журналының баш мөхәррире, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар һәм Яҙыусылар союздары ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Башҡортостан Республикаһы хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты Мөнир Сәхиулла улы Ҡунафиндың 55 йәшлек юбилейына арналды.

Әҙәбиәт һөйөүселәргә хәҙерге заман рухы менән дә һуғарылған ижады әҙәбиәттә айырым урын алған, тетрәндергес әҫәрҙәрендә тормош асылын сағылдырған тәрән мәғәнәле, тәрән фекерле әҙәбиәт донъяһында үҙ урынын яулаған  Мөнир Ҡунафиндың исеме яҡшы таныш.

Мөнир Ҡунафин башҡорт рухы менән һуғарылған, әҙәбиәтебеҙгә бихисап әҙиптәр биргән Ғафури районы Сәйетбаба ауылында тыуып үҫә. Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын тамамлғандан һуң,  хеҙмәт эшмәкәрлеген журналистика менән бәйләй,  «Йәшлек» республика йәштәре гәзитендә бүлек мөдире, баш мөхәррир урынбаҫары, «Ватандаш» журналында бүлек мөдире «Шоңҡар» йәштәр журналының баш мөхәррире һәм бөгөнгө көндә «Ағиҙел» әҙәби-нәфис һәм ижтимағи-сәйәси журналының баш мөхәррире.

Әҙәби сара «Нур усағы» шиғырҙар йыйынтығы  китабында Мөнир Ҡунафиндың «Ялҡыным бар», «Һинең ҡарашың» исемле донъяны һоҡландырғыс осорҙарының һәм тетрәндергес мәлдәренең  сиратланышып, бер-береһенә бәйләнеп килеүҙәре, йөрәк ярһыуҙары, уй ниәттәре тураһындағы шиғырҙары менән танышыуҙан башланды. Шиғриәт һәм проза менән бер рәттән әҙип драматургияла ла үҙен һынап ҡарай, ҙур үрҙәр яулай. Уның «Тыңлайыҡ ваҡыт аҡҡанын», «Бер ус бойҙай» һәм башҡа пьесаларын республикабыҙҙың театрҙары сәхнәләштерҙе.

Һуңғы арала ил яҙмышы, ил тыныслығы илебеҙ киләсәге өсөн тыуған илде һаҡлауҙы үҙ бурысы, тип иҫәпләгән тиҫтәләгән  ҡурҡыу белмәҫ яу ҡырындағы, ир егеттәребеҙ яҙмышы тураһында  яҙмалары һәр кемде тетрәндерә. Мөнир  Сәхиулла улы махсус хәрби операция биләмәһенә  сәфәр сығып, яугир егеттәр  менән осрашып, уларҙың әсе яҙмыштарын, аяныслы хәлдәрен күреп ҡайтҡандан һуң баҫылып сыҡҡан,  «Башҡортостан» матбуғат биттәрендә, «Ағиҙел»  журналдарында    «Ҡыҙарып сейәләр бешкән мәл ине»,  «22-се снаряд» исемле яҙмалары менән ҡыҫҡаса танышып сыҡтылар. Шулай уҡ, Мөнир Ҡунафиндың «Бер ғүмер етмәй икән… » яҙмаһында Фәнис Хөсәйеновтың тыуғандары, ауылдаштары, дуҫтары  менән осрашып, ҡыйыулығы һәм зирәклеге өсөн  «Сая Фәнис» ҡушаматын алған яугир, ысын халыҡ батыры тураһында тулыһынса танышып үттеләр.

Яҙыусының «Шундай мәлем», «Ғүмер тигәндәре», «Тәңре өрөк ҡапҡанда» исемле уҡымлы, фәһемле шул уҡ ваҡытта тетрәндергес әҫәрҙәрҙең һәр береһендә тәрән мәғәнә, тормош асылы ята. Повестар һәм хикәйәләр тупланған  «Шаҡмаҡ ҡояш»  китабынан «Кешелеккә тоғролоҡ» һәм «Шаҡмаҡ ҡояш» исемле хикәйәләрендә   ауыр һынау кисергән  ғаилә яҙмыштары  тураһында  тулыһынса  тыңлағандан һуң һәр кем үҙ фекере менән уртаҡлашты.

Үҙенең  киң мәғлүмәтле, тәрән мәғәнәле, тормош дөрөҫлөгө менән һуғарылған мәҡәләләре, халыҡсан бай телле әҫәрҙәре, илһөйәрлек сифаттары менән күптән инде әҙәбиәт һөйөүселәрҙең күңелен яуланған яҙыусы Мөнир Ҡунафиндың ижадына арналған Ил күҙендәге ижад исемле китап күргәҙмәһе ойошторолдо, сарала ҡатнашыусылар ҡыҙыҡһынып журналдағы баҫмаларын, китаптарын уҡырға алды.

Мөнир  Сәхиулла улын  юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ, яңынан- яңы әҫәрҙәре менән беҙҙе ҡыуандырып торор тигән изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.

Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм  тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге, Рәмилә Файзуллина